«Атайсал» мәҙәниәт үҙәге үҙенең инфраструктураһын яңыртыу буйынса сараларҙы уңышлы тамамланы. Төп үҙгәрештәр учреждениеның «Ғаилә» милли проектының «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы» федераль проектында ҡатнашыуы арҡаһында мөмкин булды.
Ҡунаҡтар өсөн дә, ижади процесс ҡатнашыусылары өсөн дә уңайлы мөхит булдырыуға ҙур иғтибар бүленде. Беренсе ҡаттағы фойела һәм репетиция кабинеттарында мебель тулыһынса яңыртылды: килеүселәр ял итһен өсөн уңайлы дивандар, шулай уҡ яңы эргономик ултырғыстар алынды. Быларҙың барыһы ла федераль субсидия иҫәбенә башҡарылды.
Тауыш ҡорамалдары ла яңыртылды. Үҙәк яңы профессиональ микрофондар менән йыһазландырылды. Был ижади коллективтарҙың сығыштарына, оҫталыҡ дәрестәре үткәреүгә һәм инклюзив сараларға тауыш яғынан бөтөнләй яңы, юғары сифатлы кимәлгә сығырға мөмкинлек бирәсәк.
Федераль проект сиктәрендә эштең айырым йүнәлеше булып мөмкинлеге сикләнгән шәхестәр өсөн уңайлы мөхит үҫтереү һәм инклюзив технологияларҙы индереү торҙо. «Атайсал»ға һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн заманса ҡорамалдар килде. Аҙ хәрәкәтле граждандар өсөн виртуаль ысынбарлыҡ (VR) күҙлектәре һатып алынды. Хәҙер улар залдан сыҡмайынса уҡ ҡыҙыҡлы виртуаль сәйәхәттәр ҡыла аласаҡ: атта һыбай йөрөү эффектын тоясаҡ, матур тау түбәләренә «күтәрелә» һәм донъяға бөтөнләй яңы ҡырҙан ҡарай аласаҡ.
Бынан тыш, концерт залында насар ишетеүсе ҡунаҡтар өсөн индукцион система урынлаштырылды. Махсус ҡоролма тауышты ишетеү аппаратына йәки кохлеар имплантҡа туранан-тура тапшыра, был сит тауыштарҙан азат итеп, телмәрҙе лә, музыканы ла үтә таҙа һәм уңайлы ҡабул итеүҙе тәьмин итә.
Әлеге ваҡытта «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә яңы ижади миҙгелдең тантаналы асылышына әҙерлек алып бара. Бик тиҙҙән тамашасылар яңыртылған йыһазды, заманса техниканы шәхсән баһалай аласаҡ һәм үҙәктең сағыу мәҙәни тормошоноң ҡатнашыусыһына әйләнәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Атайсал» мәҙәниәт үҙәге 2025 йылда мәҙәниәт йорттары араһында иң яҡшы эш тәжрибәһен асыҡлау буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инде. Субсидияның маҡсаты – үҙәктең матди-техник базаһын модернизациялау. Аҡса заманса мебель һәм ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтелә, был үҙәкте килеүселәр өсөн тағы ла уңайлыраҡ итергә тейеш.

