— Ҡурай!
— Әү?
— Ҡайҙа үҫтең?
— Урманда үҫтем.
— Кем ҡырҡты?
— Оҫта ҡырҡты.
— Ни эшләргә?
— Уйнарға!
Нәҡ ошо диалогтан ҡасандыр башҡорт ҡурайы өсөн материал йыйғанда кеше менән тәбиғәттең ижади хеҙмәттәшлеге башланған. Был өҙөлмәҫ бәйләнеше Әбйәлил районында үткән «Ҡурай — халыҡ йәне» ижади оҫтаханаһы сиктәрендә быуындарҙы яңынан берләштерҙе.
Тәүге тапҡыр «Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, 10-дан 16 йәшкә тиклемге балалар педагогтарҙың етәкселегендә урал ҡурай үләнен (реброплодник уральский) әҙерләүгә сыҡты. Проект башҡорт милли музыка ҡоралын эшләүҙең традицион сәнғәтен практик өйрәнеүгә, һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгәйне.
Оҫталыҡ эстафетаһын педагогтар, билдәле ҡурайсылар, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Салауат Кирәев, Артур Ғайсаров, Айҙар Байтимиров, Ирек Әхмәҙиев, Айгиз Хәшимов, Дим Мөжәүеров, Ласын Мәғәфуров, Самат Кинйәбаев, Рамзин Абсәләмов тапшырҙы.
Парталар артында ҡоро теория юҡ — тик тере һөнәр генә. Ҡатнашыусылар ҡурай эшләүҙең тулы циклын үтте: күҙ һәм ҡул менән өлгөргән ҡамышты һайларға, дөрөҫ мөйөш аҫтында тәүге киҫемде эшләү техникаһын, шулай уҡ нескә көйләү (интонирование) оҫталығын үҙләштерҙе.
«Цифрлы технологиялар дәүерендә балаларҙың наставниктарын ниндәй иғтибар менән тыңлағанын күреү бигерәк тә ҡәҙерле. Беҙ был егеттәр араһында киләсәк виртуоздар үҫеүенә ышанабыҙ. Бындай проекттар уҡытыусы менән уҡыусы араһындағы традицияларҙың өҙөлмәҫ ебен һаҡлап ҡалып, оҫталыҡты шәхсән тапшырыу өсөн уникаль мөмкинлек бирә», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы рәйесе, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәев.
Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы сығыш яһаны.

