Өфөлә Башҡортостан Республикаһындағы Ҡурай байрамына һәм бөйөк ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған «Ҡурай: тикшеренеү практикаларының актуаль йүнәлештәре һәм перспективалары» исемле төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Форумға Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Пермь крайынан, Мәскәүҙән, Ханты-Манси автономиялы округынан, Марий Эл Республикаһынан һәм Башҡортостандың бер нисә муниципаль берәмегенән вәкилдәр йыйылды. Эштә фольклорсы ғалимдар, мәҙәниәт учреждениеларының педагогтары һәм етәкселәре, һәүәҫкәр фольклор һәм аутентик коллективтарҙың етәкселәре менән ҡатнашыусылары, шулай уҡ айырым башҡарыусылар ҡатнашты.
«Ҡурай беҙҙең өсөн – ябай ғына башҡорт халыҡ музыка ҡоралы түгел, ул беҙҙең рухи байлығыбыҙ. Беҙ традицияларҙы һаҡлаған ҡурайсы оҫталарыбыҙға һәм бөгөн был сәнғәтте үҙләштергән йәш музыканттарға рәхмәтлебеҙ», – тип билдәләне үҙенең сәләмләү һүҙендә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов. Сараның әһәмиәтен Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Илмир Ҡотуев та билдәләп үтте.
Осрашыуҙың модераторы булып Халыҡ ижады республика үҙәге директоры, «Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы» милли музыка ҡоралдарында уйнаусы ҡурайсылар, оҫталар һәм башҡарыусыларҙың төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Салауат Кирәев сығыш яһаны.
Йомабай Иҫәнбаев шәхесенең феномены конференцияның үҙәк темаһына әйләнде. Уның күп ҡырлы образын яҡташтары – халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Хөрмәтулла Утәшев, шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһының Милли архивы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһының матбуғат архивы бүлеге начальнигы Азат Ярмуллин асып бирҙе. Нәҡ ошо өс автор 2024 йылда «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Йомабай Иҫәнбаев» фундаменталь китап-альбомын төҙөүселәр булып сығыш яһаны.
Конференция ҡатнашыусыларын шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Башҡорт музыкаһы факультеты деканы, профессор Азат Айытҡолов сәләмләне. Шәхси тәжрибәһе һәм һирәк осрай торған иҫтәлектәре менән ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юлай Ғәйнетдинов уртаҡлашты.
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Башҡорт энциклопедияһы институтының фәнни-мәғлүмәт эше бүлеге мөдире, музыковед-фольклорист Гөлдәр Ишкинина ҡурайсы Ю.М. Иҫәнбаев ижадының энциклопедик һәм фәнни-тикшеренеү хеҙмәттәрендә сағылышын анализланы. Ҡурайсының тормош һәм ижад юлы хаҡында Хәйбулла районы Өфө ауылындағы Йомабай Иҫәнбаев исемендәге музей хеҙмәткәре Мәҙина Ғүмәрова һөйләп бирҙе.
Рәсәй Хөкүмәтенең «Рәсәй рухы» («Душа России») премияһы лауреаты, халыҡ сәсәне, К.А. Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы «Урал батыр» сәсән мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллинаның сығышы аудиоформатта яңғыраны. Ул үҙ сығышында Йомабай Иҫәнбаев конкурсы тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, байрам шул тиклем ҙур масштаблы булған, хатта уға «Йомабай Иҫәнбаев йыйыны» тигән исем бирелгән. Ул башҡорт халҡының бөтә музыка ҡоралдарын, шулай уҡ оҙон-көй, үҙләү кеүек традицион жанрҙарҙы һәм халыҡ хореографияһын үҙ эсенә алған.
Тарихсы-этнограф, тарих фәндәре кандидаты, «Өфө ҡалаһы тарихы музейы» муниципаль бюджет учреждениеһы директоры Тимур Ильясов «Ҡурай көйҙәрендә башҡорттарҙың хәрби тарихы» темаһына сығыш яһаны. Белгес инструмент көйҙәренең боронғо замандарҙан алып бөгөнгө көнгә тиклем батырҙарҙың батырлыҡтары һәм хәл иткес алыштар тураһындағы хәтерҙе һаҡлауын билдәләне.
З. Исмәғилев исемендәге ӨДСИ-ның традицион музыкаль башҡарыу һәм этномузыкология кафедраһы мөдире Артур Ғайсаров Башҡортостан Республикаһында ҡурай класы буйынса уҡытыуҙың актуаль мәсьәләләре һәм проблемаларын күтәрҙе.
Конференция ҡатнашыусыларына тәүге тапҡыр Йомабай Иҫәнбаев башҡарыуындағы, 1925 йылда халыҡ-ара күргәҙмәгә сәфәре ваҡытында Парижда яҙып алынған көйҙәрҙе ишетеү мөмкинлеге бирелде. Уларҙы үҙ сығышында Салауат Киреәе тәҡдим итте.
Конференцияның икенсе өлөшө Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы эшмәкәрлегенә арналды, бында актуаль мәсьәләләр һәм эш һөҙөмтәләре тикшерелде.
Халыҡ ижады республика үҙәгенең квалификация күтәреү бүлеге мөдире, Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы идараһы ағзаһы Самат Кинйәбаев кураторлыҡ эше структураһы һәм идараның төп бурыстары тураһында доклад менән сығыш яһаны. З. Исмәғилев исемендәге ӨДСИ-ның традицион музыкаль башҡарыу һәм этномузыкология кафедраһы өлкән уҡытыусыһы Айҙар Байтимеров башҡорт халыҡ инструменттары кластары буйынса белем биреү учреждениеларының башланғыс, урта һәм юғары звеноларында уҡыу процесын ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Шулай уҡ йәштәр менән эшләү темаһы ла күтәрелде. Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Йәштәр советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫеше мәсьәләләре буйынса Совет ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы идараһы ағзаһы Юлай Ҡасимов «Ҡурай – заманса йәштәр сәхнәһенең төп элементы булараҡ» темаһына доклад менән сығыш яһап, инструментты популярлаштырыуҙың заманса форматтарын тәҡдим итте. Приоритетлы йүнәлештәр булараҡ ул ҡурайҙы заманса музыкаль жанрҙар менән коллаборациялауҙы хуплауҙы, шулай уҡ йәштәр форум-практикумын ойоштороуҙы тәҡдим итте.
Филология фәндәре кандидаты, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры, Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы идараһы ағзаһы Рәнис Алтынбаев бөгөн инструментты популярлаштырыу төбәк-ара һәм халыҡ-ара кимәлдә уңышлы алып барылыуын билдәләне.
Филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның «Урал батыр» башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Розалия Солтангәрәева ҡурайҙың эпоста һәм йолаларҙағы архаик тамырҙарын асып бирҙе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Өфө ҡалаһы ҡала округының «Ҡаланың мәҙәниәт һәм ял үҙәге» муниципаль бюджет учреждениеһы директоры Рәсүл Ҡарабулатов бөгөнгө көндә ҡурайҙа уйнауҙың традицион башҡарыу манераһын (үҙләү, вокал ҡулланыу) һаҡлап ҡалыу мәсьәләләрен күтәрҙе.
Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусы (Ғата Сөләймәнов класы, 1984 йыл) Марат Тулыбаев традицияларҙы һаҡлауға инновацион ҡараштарҙы тәҡдим итте. Ул конференцияла «Инструмент яһағанда ҡурайҙың цифрлы акустикаһы» темаһына доклад менән сығыш яһаны һәм «ҡурай калькуляторы»н тәҡдим итте.
«Этно-Пермь» клуб берекмәһе етәксеһе Радик Ғәрипов һәм Ырымбур өлкәһе вәкиле Илшат Нәҙерғолов ҡурай яңғырашына авторлыҡ ҡарашын тәҡдим итте. Спикерҙар үҙ композицияларын ижад итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм инструментты заманса аудитория араһында популярлаштырыу ысулдары хаҡында һөйләне.
Сара сиктәрендә ойоштороусылар тарафынан Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзының почётлы бүләге – Йомабай Иҫәнбаев исемендәге миҙалдың макеты тикшереүгә тәҡдим ителде. Шул уҡ көндө Ҡурайсылар союзы үҙ сафына тантаналы рәүештә 16 яңы ағза ҡабул итте.
Осрашыу һөҙөмтәләре буйынса дөйөм резолюция ҡабул ителде. Бай эстәлекле көн атмосфералы кино күрһәтеү менән тамамланды: ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар «Ҡурай ҡайҙа яңғырай...» фильмын ҡараны.
Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Халыҡ ижады республика үҙәге, Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы («Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше» федераль маҡсатлы программаһы ярҙамында).
Фото: Рәмил Нафиҡов.

