9 октябрҙә «Атайсал» мәҙәни үҙәгендә «Этнокод» этношоу премьераһы үтте

«ЭтноКод: Донъялар ҡушылыуы» - традицион сәнғәтте һәм заманса технологияларҙы берләштергән инновацион проект. Проект 2025 йылда Рәсәй Мәҙәниәт Министрлығының халыҡ сәнғәте өлкәһендәге ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыу грантына Башҡортостан Республикаһының Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан тормошҡа ашырыла.

 

Этношоу нигеҙендә башҡорт кейеҙен баҫыу тарихына арналған хореографик мини-спектакль ята. Төп ҡатнашыусылар булып Нәзифә һәм Әнфәр Нурмөхәмәтовтар етәкселегендәге «Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары, шулай уҡ «Селтар» халыҡ костюмы студияһы оҫталары сығыш яһаны.

 

«Атайсал» мәҙәни үҙәге фойеһында ҡунаҡтарҙы ике һөйкөмлө персонаж - Рух һәм Наҙ ҡаршы алды. Алып барыусы менән бергә улар тамашасыларға оҫталыҡ дәрестәрендә кейеҙҙән эшләнгән биҙәүестәр бүләк итте.

 

Спектакль башҡорт халҡының бай мәҙәниәтен, боронғо һөнәр- кейеҙ иләү аша күрһәтеп, тамашасыларҙы оло бер сәйәхәткә алып инде. Байрам һабантуйынан алып туй йолаларына тиклем – сәхнәлә мөхәббәт, ҡаһарманлыҡ һәм йолаларҙың дауамлылығы тарихы йәнләнде, сағыу күренештәр һәм бейеүҙәр аша сағылды. Кейеҙ замандарҙың өҙөлмәҫ бәйләнеше символына әүерелде, бынан тыш, ул быуындан-быуынға халыҡтың тере рухын һаҡлап һәм тапшырып килеүен күрһәтте.

 

Проекттың үҙәк технологик элементы булып 3D-мэппинг тора - был өс үлсәмле объекттарға йәки архитектура биналарына һүрәттәр һәм видео проекциялау ысулы. Махсус программа тәьминәте һәм заманса ҡорамалдар (проекторҙар, компьютерҙар, синхронизация системалары) ярҙамында күләм, хәрәкәт һәм объект формаһы менән һүрәттең динамик эффекты тыуҙырылды.

 

Тамашасыларҙың айырыуса иғтибарын башҡорт риүәйәттәре һәм мифтары образдарынан һәм сюжеттарынан илһамланған кейеҙ костюмдарының авторлыҡ коллекцияһын күрһәтеү йәлеп итте. Дефиле 3D-мэппинг технологияһы менән ҡушылып күрһәтелде, ул реаль һәм виртуаль донъяларҙың ҡушылыу эффектын тыуҙырҙы.

 

«Коллекцияны Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы Фатима Хәйретдинова етәкселегендә «Селтәр» башҡорт костюмы халыҡ студияһы ойошторҙо. Костюмдар кейеҙҙән һәм башҡа тәбиғи материалдарҙан эшләнгән һәм традицион башҡорт костюмының художестволы интерпретацияһын күрһәтә. Уларҙы эшләү быуаттар буйына этнографик тикшеренеүҙәр, халыҡ легендалары, бәйеттәр һәм ырыу-ҡәбилә берләшмәләре символикаһы менән рухландырылған, ә яһау процесында боронғо кейеҙ баҫыу техникаһы ла, инновацион ысулдар ҙа, шул иҫәптән нунофелтинг та ҡулланылған», - тип билдәләне проект етәксеһе Линара Мероним.

 

Проект талантлы ижади команданың көсөн берләштерҙе: идея авторы, монтаж режиссеры, йырсы һәм композитор, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Линара Мероним; баш рәссам – РФ кинематографистар Союзы һәм РФ кино рәссамдары гильдияһы ағзаһы Әлиә Байрамғолова; режиссерҙар – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әлмира Сәфәрғолова һәм Севастополь опера һәм балет театрының баш режиссеры, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Ләйсән Сәфәрғолова; 3d-mapping режиссеры, нарратив дизайнер, сценарист һәм кино лигаһы ағзаһы, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм төбәк конкурстары лауреаты һәм призеры – Камила Нуғаева; хореографтар – Башҡортостандың халыҡ артисы Гүзәл Мамина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әнфәр Нурмөхәмәтов һәм Нәзифә Нурмөхәмәтова; композиторҙар – Башҡортостан композиторҙар союзы ағзаһы Магуля Бурмистрова; этнограф – тарих фәндәре кандидаты Гөлнара Яруллина.

 

«ЭтноКод: Донъялар ҡушылыуы» проекты Рәсәй Мәҙәниәт Министрлығының халыҡ сәнғәте өлкәһендә ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыуға грант конкурсында еңеүсе булды. 2024 йылдың 26 авгусынан 6 октябренә тиклем Рәсәй Мәҙәниәт Министрлығы 2025 йылда тормошҡа ашырыу планлаштырылған проекттарға грант ярҙамы күрһәтеүгә ғаризалар йыйҙы. Рәсәй Федерацияһының 62 субъекты вәкилдәренән бөтәһе 168 ғариза килгән. Һайлап алыу йомғаҡтары буйынса ағымдағы йылда тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәйҙең аҙ һанлы төп халыҡтары, илдең этномәҙәни төрлөлөгө, балалар башланғыстары, бөйөк мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең юбилей даталары һәм башҡа көнүҙәк темаларға арналған 21 проект һайланды.

9 октябрҙә «Атайсал» мәҙәни үҙәгендә «Этнокод» этношоу премьераһы үтте

Башҡалар яңылыҡтар