23-28 сентябрь Саратов өлкәһе Пугачев районының Мәҡсүт һәм Бәғәнәш ауылдарында милли инструменттар, башҡорт бейеүе, уҡ атыу буйынса мастер-класстар серияһы үтте. Сара “Дәүләт милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу” Рәсәй Федерацияһы Дәүләт программаһы һәм “Рәсәй милләте берҙәмлеген нығытыу һәм БР халыҡтарының мәҙәни үҫеше” Башҡортостан Республикаһы дәүләт программаһы буйынса үткәрелә.
Дәрестәрҙе БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре , Ш.Бабич исемендәге йәштәр республика дәүләт премияһы лауреаты, мультиинструменталист, бейеүсе Рәйес Йәүҙәт улы Низаметдинов, һәм фольклор белгесе Лилиә Нурмөхәмәт ҡыҙы Низаметдинова үткәрҙе.
Милли инструменттар буйынса мастер-класстарҙа һәүәҫкәр ҡурайсылар яңы халыҡ көйҙәрен һәм ҡурайҙан дөрөҫ тауыш сығарырға өйрәнделәр. Шулай уҡ ҡатнашыусылар ҡубыҙҙа ла яңы уйын һәм тауыш сығарыу алмыдары менән таныштылар. Башҡорт бейеү дәрестәрендә концерт номерҙары әҙерләнде: “Күбәләк” һәм “Бишбармаҡ” бейеүҙәре ҡуйылды.
Көн һайын мастер-класстарҙа 45-50 кеше ҡатнашты. Ҡатнашыусылар 28 сентябрь Карлово ауылында концерт ойошторҙолар. Мәҡсүт һәм Бәғәнәш ауылы йәшәүселәре БР-ҙың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге исеменән ҡурай, ҡубыҙҙар һәм методика әҙәбиәте менән бүләкләнде.