Бөгөн, 3 декабрҙә, 19 сәғәттә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй конкурсының финалы була.
Финалда Сибайҙан, Мәләүездән, Өфөнән, Балаҡатай, Бөрйән, Көйөргәҙе, Мәсетле, Яңауыл, Учалы райондарынан, Силәбе, Свердловск, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ленинград, Мәскәү өлкәләренән, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан һәм Татарстан Республикаһынан 20 ҡыҙ ҡатнаша. Ҡатнашыусыларҙың йәше – 16 йәштән 25-кә тиклем. Еңеүсе «Лада» автомобиле менән бүләкләнә.
Проект һәр ваҡыт тамашасыларҙы яңы идеялары менән хайран ҡалдыра. Әйтәйек, быйыл финалда ҡыҙҙар Рәсәй дизайнеры, кутюрье, телевидение алып барыусыһы, «Игорь Гуляевтың Мода йорто»н ойоштороусы Игорь Гуляевтың киске күлдәктәр коллекцияһы менән таныштыра. Игорь Гуляев Мода йортоноң кейем-һалымы донъяла танылыу яулаған Уитни Хьюстон, Орнелла Мути, Монсерат Кабалье, Лара Фабиан, Голди Хоун, шулай уҡ Рәсәй йондоҙҙары Алла Пугачева, Филипп Киркоров, Николай Басков, Елена Ваенга, Стас Михайлов, Лера Кудрявцева, Наташа Королева, Яна Рудковская һәм башҡаларҙың гардеробын биҙәй.
Конкурс тарихында тәүге тапҡыр проекттың финалы онлайн режимда ойошторола. Тамашасылар конкурс барышын Республика халыҡ ижады үҙәгенең YouTube каналында күҙәтә ала. Аҙаҡтан Башҡортостан юлдаш телеканалында конкурстың телевизион форматын ҡарарға мөмкин.
Проектты ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы.