22-23 май Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы белгестәре башҡорт халыҡ бейеүҙәре, ҡурайҙа уйнау, шәжәрә төҙөү, селтәр биҙәүестәре һәм традицион башҡорт кейемен эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Сара сиктәрендә шулай уҡ "Ҡомартҡы" төбәк-ара конкурс-фестиваленә йомғаҡ яһалды.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, төбәктәрҙә оҫталыҡ дәрестәре тулы залдар менән үтә. Сарала 100-ҙән ашыу кеше - ижади коллективтар, студенттар, йәш ғаиләләр, пенсионерҙар - Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе башҡорт диаспораһы вәкилдәре ҡатнашты.
Ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре башлыса шәхси формала йәки бәләкәй төркөмдәр менән үткәрелде. Ҡатнашыусылар инструменттың тарихы менән танышты. Бер нисә күнекмә эсендә "Хәтирә", "Ҡарабай", "Игзаков", "Ете ҡыҙ" һәм башҡа башҡорт халыҡ көйҙәрен өйрәнде. Шулай уҡ, ансамбль башҡарған "Салауат маршы" һәм "Маршрут" бейеүәренә репетиция үткәрелде.
Азамат Кәримов башҡорт бейеүҙәрен өйрәтте, төрлө концерттарҙа һәм сараларҙа сығыш яһау өсөн хореографик ансамблдәр етәкселәре өсөн дә башҡорт халыҡ бейеүҙәрен ҡуйҙы. Бәләкәс ҙә ситтән ҡалманы. Улар өсөн дәрестәр күңел асыу уйындары формаһында үтте.
Тыңлаусыларға Башҡортостан Республикаһының милли архивының генеалогик сығанаҡтарын ҡулланыу мөмкинселектәре хаҡында, шәжәрәләрҙе дөрөҫ эшләү, традицион башҡорт костюмын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, презентация үтте. Башҡортостан Республикаһы территорияһында һәм унан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың башҡорт традицион кейемдәре хаҡында лекциялар үткәрелде.
Шулай уҡ, Республика халыҡ ижады үҙәге тантаналы рәүештә 10 ҡурай, 10 ҡумыҙ музыка ҡоралдары, шулай уҡ методик әсбаптар тапшырҙы.
Уҡыуҙы Республика халыҡ ижады үҙәгенең төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бүлеге методисы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Ирек Әхмәҙиев, ҡуйыусы-балетмейстер, республика, төбәк һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Азамат Кәримов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса төп белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә Баймырҙина, филология фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең ҡулъяҙмалар фондын һаҡлаусы Рәшит Аҡкубеков алып барҙы.
Мәскәү ҡалаһында оҫталыҡ дәрестәре "Шәжәрә" Бөтә Рәсәй мәҙәни-ағартыу проекты һәм "Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше" федераль программаһы сиктәрендә үткәрелде.
Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.