Бөрө ҡалаһында “Керәшен һыуыҡтары” XXVII Төбәк-ара эстрада бейеү һәм йыр фестиваль-конкурсы тамамланды. Йәш талантлы башҡарыусыларҙы һәм ижади коллективтарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән был сара быйыл 27-се тапҡыр үткәрелде. Проект үҙенен майҙанында Башҡортостан Республикаһынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән һәм Дағстан Республикаһынан 9 ҡала һәм 16 районынан 406 ҡатнашыусыны (30 солист, 37 коллектив) йыйҙы.
“Эстрада йыры” номинацияһында Салауат ҡалаһынан Павел Анисимов, “Эстрада бейеүе” номинацияһында – Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “Антре” заман бейеүе халыҡ ансамбле, Башҡортостан Республикаһынын атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы (етәкселәре – Викторова Людмила Ивановна, Небогатова Надежда Ивановна), “Эстрада музыкаһы” номинацияһында – Благовещен ҡалаһынан “Квазар” төркөмө гран-при яуланы.
“Эстрада йыры (коллектив)” номинацияһында Благовещен ҡалаһынан Дарья Заболотская һәм Владислава Маковеева дуэты, “Эстрада йыры (соло)” – Нефтекама ҡалаһынан Тамирлан Исламов, “Эстрада бейеүе” – Өфө ҡалаһынан “Танцевальная мозаика” халыҡ ансамбле (етәкселәре – Белоглазова Маргарита Андреевна, Хангилдина Алина Дамир ҡыҙы), “Эстрада музыкаһы” - Ҡыйғы районынан “SVK” халыҡ вокаль-инструменталь ансамбле I дәрәжә лауреаты булды.
“Бөрө ҡалаһынын 27 йыл дауамында үҙенен мәҙәни йөҙөн һаҡлауы бик ҡыуаныслы. Урындағы үҙенсәлектәрҙе сағылдырған шундай мәҙәни саралар – ин ҡиммәтлеһе һәм мөһиме. Нәҡ улар йәш, талантлы башҡарыусыларҙын яны исемдәрен асыу майҙансығы булып тора. Мин фестивалден тағы оҙаҡ йылдар йәшәүен һәм йәш таланттарҙы үҫтереү маҡсатын артабан да бойомға ашырыуын теләйем”,- тине тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрынын беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина.
Ул күптән түгел федераль проект енеүсеһе булған Кулагиндар ғаиләһенә -Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығынын Рәхмәт хатын, ғаилә ансамбле етәксеһе Татьяна Сергеевнаға – Рәсәй милли мәҙәниәтен һаҡлауға индергән тос өлөшө өсөн Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы.
Тантаналы сарала Бөрө районы муниципаль район хакимиәте исеменән хакимиәт башлығы урынбаҫары Андрей Плотников сәләмләне.
ZAINETDIN этно-поп төркөмө фестиваль ҡунағы булды.
Проект Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте булышлығында уҙғарыла һәм республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары мәҙәниәт өлкәһендә йыл һайын үткәрелеүсе төп (бренд) саралар исемлегенә инә.
Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, БР Бөрө районы муниципаль районы хакимиәте.
Фото: Анатолий Обухов.