21 ғинуарҙа Федоровка районында “Мәргән уҡсының туғыҙ көньяҡ ырыуы” йәйәнән атыу семинары уҙҙы. Сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына һәм Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында ойошторолдо.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең төп белгесе Юлай Ғәлиуллин башҡорттарҙын милли кейеме, уҙғарылған ярыштар һәм фестивалдәр, уҡ-йәйәнән атыу ысулдары һәм “Мәргән уҡсы” хәрәкәте тураһында һөйләне.Сарала практик өлөш тә булды.
Проекттың маҡсаты – Башҡортостан Республикаһының 9 көньяҡ районында уҡ-йәйәнән атыу буйынса туғыҙ секция булдырыу. Киләһе семинар 2023 йылдың 4 февралендә Ғафури районында үтәсәк.