10-11 февралдә Өфө ҡалаһында VIII «Халыҡ календары» рус фольклоры төбәк-ара фестиваль-лабораторияһы үтәсәк. Проект күп милләтле республикала йәшәгән рус халҡының мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Фестиваль ҡунаҡтарын бик йөкмәткеле программа көтә. Сарала йола күрһәтеү конкурсы буласаҡ – февраль айында үткәрелгән һәм традицион ғаилә байрамдарының өҙөктәрен, февраль айында рустар кейгән традицион костюм конкурстары уҙасаҡ. Бынан тыш, теләгән кешеләр боронғо рус йырҙары кисендә ҡатнаша ала. Традицион рус мәҙәниәте буйынса семинарҙар, халыҡ кәсептәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, рус милли кейемендә ҡала буйлап үтеү планлаштырылған. Шулай уҡ халыҡ кәсептәре оҫталарының эштәренән торған күргәҙмә-йәрминкә лә эшләйәсәк.
Фестиваль-лабораторияла балалар һәм өлкәндәр фольклор коллективтары (ансамблдәр, студия, клубтар һ.б.), фольклор-этнографик коллективтар, рус йырын башҡарыусы ансамблдәр, фольклор коллектив етәкселәре, фольклор бүлектәре етәкселәре һ.б ҡатнашасаҡ.
Рус фольклоры төбәк-ара фестиваль-лабораторияһы 2016 йылдың июленән башлап йыл һайын уҙғарыла һәм рус халҡының традицион байрамдарына бағышлана. Ул бер айға күсерелеп үткәрелә. Ҡайһы айҙа уҙғарылыуына ҡарап, шул айҙың рус байрамдары төрлө яҡтан өйрәнелә һәм ҡатнашыусы коллективтар тарафынан күрһәтелә. 2023 йылда февраль айы байрамдары күрһәтеләсәк.
Фестивалде ойоштороусылар: БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, “Рәсәй фольклор союзы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе.