7 февралдә Дәүләт Кремль Һарайында Анита Цойҙың «Крылья» тип аталған ҙур юбилей шоуы уҙҙы. Сара йырсының 55 йәшенә һәм ижади эшмәкәрлегенең 30 йыллығына арналды.
Талантлы яҡташтарыбыҙҙың - Башҡортостандан Ханнановтар ғаиләһенең сығышы айырыуса ғорурлыҡ тыуҙыра! Рөстәм Марс улы, Зәлиә Камил ҡыҙы һәм уларҙың улы Азамат илдең иң абруйлы сәхнәләренең береһендә башҡорт халҡының бай мәҙәни мираҫын лайыҡлы күрһәтте.
Танылған артистар - Анита Цой, Диана Гурцкая, Саша Попов, Зара, Пелагея һәм Рәсәй эстрадаһының башҡа йондоҙҙары менән бер рәттән сәхнәлә Ханнановтар башҡарыуында башҡорт ҡурайы көйҙәре һәм думбырала уйнау яңғыраны, улар Мәскәү тамашасыһын милли яңғыраш тәрәнлеге һәм үҙенсәлеге менән хайран ҡалдырҙы.
Ғаилә триоһы Рәсәйҙең халыҡ артисы Анита Цойҙың «Иң яҡшылар дәүере» конкурсы лауреаты булды. Был уларҙың оҫталығын Бөтә Рәсәй кимәлендә юғары баһалауҙарын раҫланы.
Рөстәм Марс улын, Зәлиә Камил ҡыҙын һәм Азамат Ханнановтарҙы ысын күңелдән ошо иҫ киткес ҡаҙанышы менән ҡотлайбыҙ! Артабан да ижади уңыштар, яңы үрҙәр һәм тамашасыларҙың һөйөүен теләйбеҙ!
