«Йәшлек шоу»-2018» йәштәр фестивале еңеүселәрҙе билдәләне

«Йәшлек шоу» республика йәштәр фестиваленең Гран-приһын Бөрйән районы егете  Риф Ырыҫбаев яуланы. Беренсе урынға Өфө егеттәре «Малай-Шалай» төркөмө лайыҡ булды. Икенселә — Иглин районынан Ләйсән Хәлиуллина һәм Өфө ҡыҙы Диана Шиһапова, өсөнсөлә —.Баймаҡ ҡалаһынан Гәзиз Әхмәтов һәм Силәбе өлкәһенән Әҙилә Килова.

«Йыл йырсыһы» номинацияһын Илнур Рамазанов алды. «Йыл йыры» —исемен МС Баш «Хистәр һүрелмәй» тип аталған композицияһы менән еңеп сыҡты. «Йыл клибы» — RNT, «Йыл асышы» — «Бәхетле» төркөмө һәм «Йыл төркөмө» номинацияһын Мәскәү ҡунаҡтары «ZAMAN» төркөмө яуланы.

Быйылғы финалсылар башҡорт эстрадаһының популяр артистары менән бер сәхнәлә сығыш яһанылар. Улар — Радмир Исмәғилев, Ләйсән Ғәлимова, Илнур Рамазанов, Nail BashStyle,  «Бәхетле» төркөмө, Гәлсәр Байғусҡарова, Раил Өмөтбаев, RNT, Ғайсар Минлеғолов, МС Баш, Рияна Хәлимова, Ян Лира, Рәфис Ишбаев, Ильяс Кинйәғолов. Мәскәүҙән махсус ҡунаҡтар — «ZAMAN» төркөмө.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған сара республиканың күп милләтле йәштәрен рухи-әхлаҡи һәм илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, йәштәрҙең ижади кимәлен арттырыу маҡсатында уҙғарылды.

«Йәшлек шоу»-2018» йәштәр фестивале еңеүселәрҙе билдәләне

Башҡалар яңылыҡтар