Өфөлә «Беҙ бер планета балалары» республика интеграциялы фестиваль-конкурсы үтте. Сара төрлө йәштәге һәм мөмкинлектәре сикләнгән йәш таланттарҙы бер ижади майҙанға йыйҙы.
Конкурста 30-ҙан ашыу балалар һәм үҫмерҙәр коллективтары ҡатнашты. Һәр ҡатнашыусы үҙенең сығышы менән ихтыяр көсөн һәм еңеү теләген күрһәтте. Сара тик ижади төркөмдәр өсөн генә үткәрелде. Унда 7 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты.
Гран-при Өфө ҡалаһынан «Уңыш» хореография студияһына тапшырылды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фестиваль йәмғиәттең кире ҡарашынан ҡурҡыу кеүек күренештәрҙе бөтөрөү һәм тиҫтерҙәренә ҡарата толерант һәм итәғәтле мөнәсәбәттәр булдырыу кеүек мәсьәләләрҙе ҡарай. Шулай уҡ, мөмкинлектәре сикле балаларҙың ғәҙәти тормошҡа яраҡлаштырыу, кәртәләрҙе булдырмау, ижадҡа юл асыу кеүек маҡсаттарҙы күҙ уңында тота.