Этнохореограф Галина Емельянова Өфөлә мастер-класс үткәрә.

21-23 декабрь Өфөлә халыҡ традицияларын һаҡлау һәм пропагандалау, рус халҡының хореография мәҙәниәтен өйрәнеү маҡсатында мастер-класс үтәсәк.

Һөнәрселек дәресен профессиональ хореограф, ҙур категория уҡытыусыһы, Рәсәйҙең алдынғы этнохореографтарының береһе, «Китеж» фольклор-этнографик ансамбленең, «Белозерье» фольклор клубының, «Музыкаль Рәсәй фольклор бейеүе» студияһының, «Ветерочки» балалар фольклор ансамбленең, «Йәшел Роза» ғаилә ансамбленең етәксеһе Санкт-Петербург ҡалаһынан - Галина Емельянова үткәрәсәк.

Галина Владимировна күп йылдар Санкт-Петербургта һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында традицион рус бейеүҙәре буйынса семинарҙар үткәрә. Шулай уҡ «Балалар учреждениеларында халыҡ байрамдары» тип исемләнгән китаптың авторҙашы булып тора, рус хореографияһы үҙенсәлектәре тураһында популяр мәҙәни журналдарҙа баҫмалар сығара.

Матер-классҡа өлкәндәр һәм балалар өсөн хореография фольклор коллективтары етәкселәре һәм ҡатнашыусылары саҡырыла. 

Белешмәләр өсөн телефон: 8(347)289-66-96, 8-905-355-44-20

Этнохореограф Галина Емельянова Өфөлә мастер-класс үткәрә.

Башҡалар яңылыҡтар