Бөгөн Ишембай ҡалаһында III «Ретро-шлягер» халыҡ-ара вокал башҡарыусылар конкурсы үтте

Бөгөн Ишембай ҡалаһында Ҡала көнөн байрам итеү сиктәрендә III «Ретро-шлягер» халыҡ-ара вокал башҡарыусылар конкурсы еңеүселәрен бүләкләү һәм  Гала-концерт үтте. 

 

Проект Башҡортостан Республикаһының бренд саралары исемлегенә инә. Быйыл конкурста Башҡортостан Республикаһынан ғына түгел, Ырымбур һәм Төмән өлкәләренән, шулай уҡ Мәскәү ҡалаһынан 70-тән ашыу башҡарыусы һәм ижади коллектив ҡатнашты.

 

Конкурс тарихында тәүге тапҡыр Ҡаҙағстан, Үзбәкстан (Ҡарағалпаҡстан), шулай уҡ Ангола һәм Конго республикаларынан ҡатнашыусылар үҙҙәренең йырҙарын тәҡдим итте.

 

Еңеүселәрҙе бүләкләү сараның төп сәхнәһендә - яңыртылған Башҡорт нефтен тәүге асыусылар майҙанында ойошторолдо. Уларҙың һәр береһе иҫтәлекле һәм ҡиммәтле бүләктәр алды.

 

Байрам Гала-концерт һәм  ретро дискотека менән тамамланды.

Бөгөн Ишембай ҡалаһында III «Ретро-шлягер» халыҡ-ара вокал башҡарыусылар конкурсы үтте