театр-бан.jpg

 

Өфөлә  башҡорт рок - концерты уҙҙы

28 ноябрҙә Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың  төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы  сиктәрендә Өфөләге Көрәш һарайында «Дәрүиш Рухы +» исемле тәүге ҙур башҡорт рок-концерты уҙҙы. Сара башҡорт рок-музыкаһын һөйөүселәр өсөн ысын байрамға әүерелде.

 

Концертҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та килде. Сара бер сәхнәлә башҡорт рок музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙы һәм йәш таланттарҙы берләштерҙе. Легендар «Дәрүишхан» (Өфө ҡалаһы), «Рух» (Хәйбулла районы), «Ҡышҡы йәйғор» (Ейәнсура районы) рок-төркөмдәре, «Олотау» ҡаҙаҡ этно-рок төркөмө тамашасыларға онотолмаҫ хиттар бүләк итте. Концертта, хиттарҙан тыш, тере тауышҡа башҡарылған яңы композициялар ҙа яңғыраны.

 

«Башҡорт рок музыкаһының легендар башҡарыусылары: «Дәрүишхан» төркөмө йырҙарының авторы Ҡолахмәтов Дим Әхтәм улы, «Рух» төркөмө артисы, һәүәҫкәр композитор Атанов Ирек Нәсибулла улы, «Рух» төркөмөн ойоштороусы, йырҙар авторы Ғәзинур Салауат улы - уларҙың һәр береһе мәҙәниәтебеҙҙә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы. Уларҙың ижады беҙҙе һаманда илһамландырыуын дауам итә. Беҙ уларҙың эшен дауам итәбеҙ. Уларҙың йырҙары беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй» - тине «Дәрүишхан» төркөмө солисы Ринат Зарипов.

 

Билдәлелек яулаған «Бишбармак» оркестры, «Бүреләр» һәм «Ҡараташ» рок-төркөмдәренән тыш,  «Нектория», «проект 102» (Өфө), «Дәрт» (Межгорье), «Урал» (Белорет), «Елмерҙәк» (Белорет районы), «Бөркөт» (Хәйбулла районы) төркөмдәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Заһир Иҫәнсурин, ИРдан (Данир Ирғәлин) Көрәш һарайын шаулатып ебәрҙе. Сарала шулай уҡ Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, атҡаҙанған артисы Радик Юляҡшин сығыш яһаны.

 

Дим Ҡолахмәтов улы Йософтоң «Дәрүишхан» төркөмө менән бергә «Нисек барһың, тик шулай бул...» йырын башҡарыу концерттың иң тулҡынландырғыс мәле һәм сағыу биҙәге булды.

Концертты ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге. Проекттың партнерҙары: Башҡортостан юлдаш телеканалы, «Курай-ТВ» телеканалы, кейтеринг Айгөл Усманова, «Мелоди Бит» - музыка ҡоралдары магазины.

Өфөлә башҡорт рок - концерты уҙҙы