театр-бан.jpg

 

«Дәрүиш Рухы +» концертында Башҡортостан  Республикаһының дәүләт наградалары тапшырылды

«Дәрүиш Рухы +» беренсе башҡорт рок-концерты сиктәрендә башҡорт рок-музыкаһы үҫешенә тос өлөш индергән бер төркөм артистарға маҡтаулы исемдәр бирелде.  

 

Маҡтаулы исемдәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев тапшырҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемдәр үҙҙәре  өс мәрхүм артисҡа - «Рух» төркөмөнөң ойоштороусыһы Ғәзинур Биктимеровҡа, шул уҡ төркөмдөң йырсыһы Ирек Атановҡа һәм «Дәрүишхан» төркөмөнөң элекке солисы Дим Ҡоләхмәтовҡа (Дим Мәннән) бирелде. Дәүләт наградалары мәрхүм артистарҙың яҡындарына тапшырылды.

 

«Башҡортостандың халыҡ артисы» исеме шулай уҡ Республика халыҡ ижады үҙәге артисы, «Дәрүишхан» төркөмөнә нигеҙ һалыусы Альберт Ғәббәсовҡа бирелде. «Рух» төркөмө етәксеһе Юлай Асҡаров менән Хәйбулла районы Маҡан ауылының мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Сергей Захаров - «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», «Дәрүишхан» төркөмөнөң хәҙерге солисы Ринат Зарипов «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемдәр менән бүләкләнде.

 

Бүләкләү тантанаһы тантаналы атмосферала уҙҙы, унда музыканттарҙың туғандары һәм яҡындары, шулай уҡ уларҙың ижадын һөйөүселәр йыйылды.

«Дәрүиш Рухы +» концертында Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары тапшырылды