театр-бан.jpg

 

Өфөлә ҡурайҙа уйнау сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереүгә  арналған семинар уҙҙы

4 мартта «Торатау» конгресс-холында милли музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың, оҫталарҙың һәм ҡурайсыларҙың семинары үтте. 

Был мөһим сара билдәле ҡурай оҫталары һәм милли музыка ҡоралдарында уйнаусылар  араһында фекер алышыу, тәжрибә менән  уртаҡлашыу майҙансығына әүерелде.

 

Осрашыуҙың модераторы  булып Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры, Башҡортостан Республикаһының ҡурайсылар союзы рәйесе Салауат Кирәев сығыш яһаны.

 

Семинарҙа  ҡатнашыусылар бик күп мәсьәләләргә иғтибар бүлде, шул иҫәптән  Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең эшмәкәрлеге, ҡурайҙа уйнауҙың традицион методикалары, башҡорт музыка мәҙәниәтен һаҡлау, белем биреү учреждениеларында милли уйын ҡоралдарының ролен һәм халыҡ художество кәсептәрен үҫтереү, ҡурайҙың төбәк бренды булараҡ танытыу һәм артабан үҫтереү һорауҙары ҡаралды.

 

Фекер алышыуҙа Башҡортостан Республикаһының танылған ҡурайсылары Азат Айытҡолов, Юлай Ғәйнетдинов, Рәмил Ғәйзуллин, Дим Мөжәүиров, Ринат Рамазанов, Таһир Хәмитов, БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығының урман сәнәғәте комплексын һәм еңел сәнәғәтте үҫтереү кәңәшсеһе Эльза Чабрат, Республика халыҡ ижады үҙәгенең матди булмаған этномәҙәни ҡаҙаныштар менән эшләү бүлегенең төп методисы, РФ патенттары менән эшләү буйынса белгес Гүзәл Шәңгәрәева, һәм шулай уҡ мәҙәниәтте һәм сәнәғәтте үҫтереү өлкәһендәге эксперттар ҡатнашты.

 

Семинар ҡурайсылар союзы ағзаларына танытмалар тапшырыу тантанаһы менән тамамланды.

 

Ойоштороусылар - Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан Республикаһының ҡурайсылар союзы.

Өфөлә ҡурайҙа уйнау сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереүгә арналған семинар уҙҙы