Ассамблея 27 апрелдән 3 майға тиклем «Крутушка. Балалар» Бөтә Рәсәй этнокультура белем биреү сменаһы сиктәрендә Ҡазан ҡалаһының Крутушка ҡасабаһындағы «Байтик» балалар һауыҡтырыу лагеры майҙансығында үтте.
Проектта Адыгей, Башҡортостан, Татарстан, Архангельск, Волгоград, Кострома, Мәскәү, Һамар, Һарытау, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Мәскәүҙән һәм Ханты-Манси автономиялы округынан 250 бала ҡатнашты.
Башҡортостандан Өфө районының «Аҡбуҙат» балалар башҡорт фольклор ансамбле (етәксеһе - Ләйсән Йәнбирҙина) ҡатнашты. Республиканың йәш таланттары «Кәкүк сәйе» исемле башҡорт байрамын, милли кейемдәр, халыҡ йырҙары һәм уйындарын, шулай уҡ ҡурай, ҡумыҙ кеүек музыка ҡоралдарында уйнауҙарын күрһәтте.
Ижади сменаның программаһы минутына тиклем билдәләнгән ине: репетициялар, билдәле этномузыканттар, этнохореографтар менән осрашыуҙар, киске уйындар, оҫталыҡ дәрестәре, төрлө белем биреү һәм конкурс саралары. Лагерь ҡунаҡтары һәм лекторҙары араһында матди булмаған этнокультура мираҫы өлкәһендәге алдынғы белгестәр, фольклор башҡарыусылар эшләне. Улар балалар өсөн халыҡ театры һәм уйындары, милли музыка, хореография буйынса ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Балалар коллективтары етәкселәре өсөн айырым программа ойошторолдо. Педагогик оҫталыҡ конкурсы һәм квалификацияны күтәреү курсы үтте, улар сиктәрендә киң темалар ҡаралды: фольклор берекмәләрендә белем биреү эшен ойоштороу, репертуар һайлау һәм балалар менән вокал эше методикаһы, халыҡ хореографияһы һәм инструменталь башҡарыу нигеҙҙәре һәм башҡалар. Шулай уҡ ансамбль етәкселәре коллегалары менән үҙ төбәктәрендәге эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ләйсән Ғәли ҡыҙы педагогик оҫталыҡ конкурсы сиктәрендә «Этнокультура традицияларын һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә остазлыҡтың роле» тигән темаға лекция дәрес үткәрҙе һәм диплом менән бүләкләнде.
1 майҙа үткән конкурс ҡарауҙарында 23 коллектив һәм 14 солист сығыш яһаны. Балалар педагогтар менән мастер-класстарҙа үҙ сығыштарына әҙерләнде. Һөҙөмтәлә «Аҡбуҙат» балалар ансамбле III дәрәжә лауреаты булды. Бынан тыш, коллектив «Музыка сәнғәте: традиционон һәм халыҡ инструменттары» номинацияһында еңеүсе дипломы менән билдәләнде.
Бөтә наградаларҙы ла балаларға Гала-концерт барышында сәхнәлә тапшырҙылар.
Сара йәш таланттар өсөн уникаль майҙанға әүерелде, унда улар үҙҙәрен күрһәтеп кенә ҡалманы, ә башҡа төбәктәр вәкилдәренең йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышты, яңы дуҫтар тапты һәм бергәләп традицион мәҙәниәтте хөрмәт итергә, ҡәҙерләргә һәм өйрәнергә өйрәнде.
Рәсәй балалар фольклор Ассамблеяһы – балалар фольклор коллективтары һәм солистарының йыл һайын үткәрелә торған конкурс, ул балалар фольклорын өйрәнеү һәм үҫтереү, йәш быуынды этнокультура йолаларына йәлеп итеү өлкәһендә комплекслы бурыстарҙы хәл итә. Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының финанс ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Ойоштороусылар: В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто, «Мәғарифта мәғлүмәт технологиялары үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.