Өфөлә «Мин ҡайтырмын» спектакленең премьераһы үтте

16 декабрҙә «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә күңелгә үтеп ингән һәм тәрән мәғәнәле, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған «Мин ҡайтырмын» спектакленең премьераһы үтте.

 

Был уникаль ҡуйылышты ике коллектив артистары тәҡдим итте: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған коллективы - «Күңел күҙе» халыҡ инклюзив театры һәм «Театраль Волга буйы» балалар һәм йәштәр театр коллективтары фестиваленең 2023-2024 йылдарҙағы финалистары «Табын» халыҡ ижады коллективы.

 

Залда – ябай тамашасылар ғына түгел, битараф булмаған, беҙҙең геройҙар өсөн борсолоусоларҙа йыйылды. Улар араһында Республика халыҡ ижады үҙәгенең директоры Салауат Кирәев һәм директоры урынбаҫары Альбина Юлдашбаевала булды.

 

Сәләмләү һүҙе менән менән Альбина Шамил ҡыҙы сығыш яһаны. «Мин ҡайтырмын» спектакленең – тәрән шәхси, күңелде тетрәндереүсе һәм эскерһеҙ әҫәр булыуын, ул тамашасыларға фронттан яҡындарын көткән ғаиләләрҙең кисерештәрен, өмөттәрен һәм мөхәббәттәрен еткереүен билдәләне.

 

«Ҡатнашыусыларға һәм ойоштороусыларға рәхмәт. Мин һәр саҡ һары сәсле булырға хыялландым, һәм минең образым Ләйлә менән хыялым тормошҡа ашты. Рәхмәт, Илнур Флүр улы, беҙҙең менән бергә булмаған яугирҙәребеҙҙең хәтерен мәңгеләштергәнегеҙ өсөн. Бындай спектаклде махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙәребеҙгә күрһәтергә кәрәк – улар белһен: беҙ уларҙы яратабыҙ, көтәбеҙ, һәм еңеү беҙҙеке буласаҡ!» – тип әйтеп үтте Өфө районының Миниғәли Шайморатов исемендәге волонтер штабы етәксеһе Ләйлә Сәлимйән ҡыҙы Сәлимова.

 

Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғәлиән улы Ғиләзетдинов ҡунаҡтарға, ҡуйыусыларға һәм артистарға рәхмәт һүҙҙәре әйтеп үтте: «Һеҙ был спектаклгә мәңгелек ҡиммәттәр - дуҫлыҡ, ҡаһарманлыҡ, Ватанды һөйөү хисен һалыуығыҙ өсөн рәхмәт. Был беҙҙең яугирҙәребеҙҙең рухи көсөнөң тере шаһиты. Һеҙҙең ижадығыҙ - быуындар араһындағы күпер, батырлыҡ тураһындағы хәтер, уны беҙ балаларға тапшырырға тейешбеҙ».

 

Сценарий авторҙары: Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов, Республиканың халыҡ сәсәне, ғалим Розалия Солтангәрәева, Ирада Аҫылбаева. Шиғыр авторҙары: Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллина. Шиғырҙарҙы тәржемә итеүселәр: Андрей Расторгуев һәм Мәмәт Хәлилов. Композитор: Арслан Әхмәтов. Яҡтылыҡ буйынса рәссам: Әмил Исмәғулов, хореограф - Азалия Хәлиуллина.

 

«Мин ҡайтырмын» спектакле – ул ябай бер ҡуйылыш түгел. Ул – тере тауыштар, фронттан килгән ысын хаттар, әсәләрҙең саф йәштәре, ҡатындарҙың өмөтө, балаларҙың ышанысы. Был иҫкә төшөрөү: тормош – иң ҙур ҡиммәт, һәм беҙ мөмкин булғанса – яратырға, иҫләрлек, хупларға тейешбеҙ. Бөтә артистарға һәм ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт белдерәм. Бик ҙур эш башҡарылды», – тине спектаклдең режиссеры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Илнур Локманов.

Өфөлә «Мин ҡайтырмын» спектакленең премьераһы үтте

Башҡалар яңылыҡтар