Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһын әҙерләү һәм үткәреү мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһе үтте

III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына әҙерлек тулы көскә бара. Эш кәңәшмәһендә күләмле сараны ойоштороу һәм үткәреүҙең төп мәсьәләләре тикшерелде.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Фольклориаданы уңышлы үткәреүҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелгән әҙерлек этаптарын, бурыстарҙы бүлеүҙе һәм сараларҙы ентекле ҡараны.

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда балалар ижадының киң масштаблы форумы 2026 йылдың 23-27 июненә планлаштырылған. Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһында ҡатнашыусыларҙың йәше 10 йәштән 18 йәшкә тиклем: солистар һәм ансамблдәр халыҡ йыры, халыҡ бейеүе, халыҡ инструменттары  кеүек номинацияларҙа халыҡ ижадын тәҡдим итәсәк.

 

Саралар форматы, ижади өлөштән тыш, йәмәғәтселек һәм дәүләт власы вәкилдәре ҡатнашлығында белем биреү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен һәм фекер алышыу майҙансыҡтарын үҙ эсенә ала. Фестивалде асыу һәм ябыу тантаналары, ҡатнашыусыларҙың Башҡортостан етәкселеге менән ижади осрашыуҙары, ҡатнашыусылар парады һәм дуҫлыҡ әйлән-бәйләне иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар булмаҡсы. 2026 йылда Балалар фольклориадаһы өсөнсө тапҡыр үткәрелә.

Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһын әҙерләү һәм үткәреү мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһе үтте

Башҡалар яңылыҡтар