Силәбе өлкәһе делегацияһының ике көнлөк визиты сиктәрендә Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортонда ла сара үтте.
Осрашыу спикерҙарының береһе булып Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева сығыш яһаны. Ул республиканың үҙенсәлекле ижади традициялары менән таныштырҙы, халыҡ сәнғәтен үҫтереүгә һәм фольклор мираҫын һаҡлауға йүнәлтелгән проекттар хаҡында мәғлүмәт менән уртаҡлашты. Проект йыл дауамында Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төрлө төбәктәрендә уҙғарыла.
Осрашыу барышында Нәфисә Булат ҡыҙы Халыҡтар дуҫлығы йортона тарихи-мәҙәни үҙәктәргә артабан файҙаланыу өсөн календарҙар, блокноттар һәм методик әсбәптәр тапшырҙы.
Шулай уҡ ҡунаҡтар Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто эшмәкәрлеге хаҡында белде, Әхмәт Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана фондтарын ҡараны. Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашыусылар буласаҡ хеҙмәттәшлектең мөһим йүнәлештәрен билдәләне һәм Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе халҡы араһында партнерлыҡты артабан тәрәнәйтеүгә һәм үҙ-ара аңлашыуға йүнәлтелгән аныҡ башланғыстарҙы бергәләп әҙерләргә һәм тормошҡа ашырырға әҙер булыуҙарын белдерҙе.
