Быйыл Өфөлә 23-27 июндә уҙасаҡ III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусылар билдәле булды. Ойоштороу Комитеты илдең 80 төбәгенән 1000-дән ашыу ҡатнашыусыны билдәләне. Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 86 ҡатнашыусы (78 ижади коллектив һәм 8 солист) килә. Балаларға 10-18 йәш. Йәш артистар халыҡ ижадын халыҡ йыры, халыҡ бейеүе, халыҡ уйын ҡоралдары, традицион мәҙәниәт номинацияларында күрһәтәсәк.
Сара барышында өс көн рәттән ҡаланың йәмәғәт киңлектәрендә концерттар була. Тамашасылар фольклориаданы асыу һәм ябыу тантаналарын ҡарай ала. Балаларҙы экскурсиялар, урындағы коллективтар менән ижади осрашыуҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре көтә. Ойоштороусылар улар өсөн «киске уйын» үткәрә, шулай уҡ Дәүләт ҡурсаҡ театрына алып бара. Сәхнәлә төрлө төбәктәрҙән килгән ижади коллективтар, солистар һәм махсус саҡырылған ҡунаҡтар - хедлайнерҙар сығыш яһай. Бынан тыш, Өфөлә «CIOFF VI Бөтә донъя фольклориадаһы мираҫы» күргәҙмәһе асыла. Һуңынан илдең төрлө төбәктәренән ҡатнашыусылар «Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне»нә ҡушыла, артабан улар Ленин урамы буйлап Совет майҙанына тиклем ҙур сағыу парадҡа теҙелә.
Белешмә: Беренсе Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы 2022 йылда Сыуаш Республикаһында уҙҙы. Ул саҡта 76 төбәктән ҡатнашыусылар килде. 2024 йылда икенсе халыҡ ижады байрамы ҡунаҡтарын Татарстан ҡабул итте.
Проект Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова булышлығында булдырылған. Фестивалде ойоштороусылар – Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы һәм Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто.
