Хәҙер республикала теркәлгән 11 бренд иҫәпләнә. Улар араһында 4 бренд Республикан халыҡ ижады үҙәге тарафынан әҙерләнгән һәм алынған - башҡорт музыкаль инструменты «Ҡурай», «Башҡорт шәле» (Ейәнсура районы), «Башҡорт балаҫы» (Әлшәй районы) һәм «Башҡорт милли костюмы». Был статус ысын традицион ансамблде ялғандан һаҡлап ҡына ҡалмай, урындағы оҫталарға ярҙам итеү, этнотуризмды үҫтереү, республиканың мәҙәни мираҫын федераль һәм халыҡ-ара кимәлдә танытыу өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
Башҡорт милли кейеме - кейем, баш кейемдәре, аяҡ кейеме һәм биҙәүестәрҙе берләштергән бөтөн ансамбль булып тора һәм тәғәйенләнеше буйынса көндәлек, байрам һәм йола кейемдәренә бүленә. Ғәҙәттә әйберҙәр ҡул менән тәбиғи материалдарҙан - өй тулаһы, кейеҙ, тире, кесерткән һәм киндер туҡымаларынан эшләнгән. Биҙәү өсөн аппликация, сигеү һәм башҡа орнаментлау төрҙәре ҡулланылған, уларҙың һәр береһе изге, сакраль мәғәнәгә эйә булған. Географик күрһәткес теркәү уникаль тегеү технологияларын һаҡлап ҡалырға, оҫталыҡ традицияларының быуындан быуынға күсеп дауам итеүен тәьмин итергә һәм башҡорт кейеменең халыҡтың рухи мәҙәниәте һәм тарихы менән тәрән бәйләнешен аҫыҡларға ярҙам итә.
«Брендтарҙы теркәү Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың ҡушыуы буйынса башҡарыла. Бөгөнгә илдең төрлө төбәктәренән 400-ҙән ашыу үҙенсәлекле тауар теркәлде. Улар визит карточкаһы булыуҙан тыш, Рәсәйҙең иҡтисади үҫешенә лә ҙур өлөш индерә», - тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан сенаторы Лилиә Ғүмәрова.
Башҡортостан Республикаһы Халыҡ ижады республика үҙәге башҡорт милли кейемен эшләүҙең традицион һөнәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса системалы эш алып бара, кейемдәр тегеү буйынса семинарҙар һәм мастер-кластар, оҫталар араһында конкурстар даими рәүештә ойошторола. «Һомай» һәм «Гөлөстан» республика оҫталар конкурстары, «Тамға» халыҡ-ара конкурсы һ.б. саралар уникаль мәҙәни мираҫҡа иғтибарҙы йәлеп итә һәм башҡорт кейеменең этник үҙенсәлеген, милли колоритын һыҙыҡ өҫтөнә ала.
