Балтас районы Фәрдунә Ҡасимова призына Республика театр коллективтарының «Тамаша» фестивале еңеүселәрен билдәләне

Һәүәҫкәр театр сәнғәтен пропагандалау һәм артабан үҫтереү маҡсатында Балтас районында Фәрдунә Ҡасимова призына Республика театр коллективтарының  «Тамаша» фестивале уҙғарылды.

Сарала Асҡын, Балтас, Благовар, Бижбүләк, Борай, Ғафури, Өфө райондарынан, Нефтекамск, Октябрьский, Өфө ҡалаларынан һәүәҫкәр театрҙар коллективтары ҡатнашты

Сығыштарҙы театр тәнҡитселәре, билдәле режиссер, педагогтарҙан торған жюри ағзалары баһаланы. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы спектакль, режиссер, рәссам, актер, звукооператор номинациялары билдәләнде.

«Тамаша» фестиваленең Гран-при яулаусыһы - Өфө ҡалаһының «Ҡорос» башҡорт халыҡ театры коллективы. I дәрәжә дипломын - Өфө районы «Мираж» Миловка халыҡ театры, II дәрәжә дипломын - Баҡалы районынан Н.Асанбаев исемендәге татар халыҡ театры һәм III дәрәжә дипломын - Борай районынан «Заман» театр-студияһы алды.

Программа сиктәрендә «Cпектаклдә анализ ысулы»  исемле семинар-практикум үтте.

Фестивалде ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт Министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Балтас районы Хакимиәте.

Балтас районы Фәрдунә Ҡасимова призына Республика театр коллективтарының «Тамаша» фестивале еңеүселәрен билдәләне

Башҡалар яңылыҡтар