«Йәшлек-шоу - 2018» йәш башҡарыусыларҙы саҡыра!
Башҡортостан йәштәре араһында ҙур популярлыҡ яулаған проекттарҙың береһе «Йәшлек шоу-2018» республика йәштәр фестивале йәнә талантлы йырсыларҙы йыя. 
«Йәшлек шоу-2018» 8 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк. Бәйгеселәр Радмир Исмағилов, Ләйсән Ғәлимова, Илнур Рамазанов, Nail BashStyle, «Бәхетле» төркөмө, Гәлсәр Байғусҡарова, Рәил Өмөтбаев, RNT,Ғайсар Миңлеғолов, МС Баш, Рияна Халимова, Ян Лира, Рәфис Ишбаев, Ильяс Кинйәғолов һәм Мәскәү ҡунағы - «Заман» төркөмө менән бер сәхнәлә сығыш яһаясаҡтар. Сара 19:00 сәғ. башалана. Билеттарҙы 8-927-333-17-17 номер һандары аша ала алаһығыҙ.  https://vk.com/yeshlekshow. Проекттың төп маҡсаты — башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, заманса милли музыка сәнғәтен пропагандалау һәм йәш таланттарҙы асыҡлау, уларҙың артабанғы ижади үҫешендә ярҙам күрһәтеү. Фестивалде ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге. 
«Йәшлек-шоу - 2018» йәш башҡарыусыларҙы саҡыра!

Башҡалар яңылыҡтар