Өфөлә иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе –VI Республика үҙешмәкәр художестволы ижад халыҡ коллективтарының «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» фестиваленең Гала-концерты үтте.

Баш ҡаланың Конгресс хол бинаһында төрлө милләт халыҡтарын берләштергән хор, йыр, фольклор коллективтары, бейеү ансамблдәре, оркестрҙар, инструменталь ансамблдәр, цирк коллективтары ҡатнашлығында "Дуҫлыҡ гөлләмәһе" тип аталған фестивалдең Гала-концерты үтте.

Быйылғы ижади марафон 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек тә булып тора.

Республика үҙешмәкәр художество халыҡ коллективтарын ҙур сәхнәгә сығарырға булышлыҡ иткән фестивалдә ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта бара.

Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре 6 меңдән ашыу сығышты ҡарай, уларҙа 20 меңдән ашыу һәүәҫкәр артист ҡатнаша.

Тамашасы иғтибарына фойела халыҡ оҫталарының биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләренән күргәҙмә тәҡдим ителде.

Өфөлә иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе –VI Республика үҙешмәкәр художестволы ижад халыҡ коллективтарының «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» фестиваленең Гала-концерты үтте.

Башҡалар яңылыҡтар