«Йәшлек-шоу - 2018» республика йәштәр фестиваленең финалсылар исемлеге асыҡланды.

Өфөлә «Йәшлек шоу - 2018» республика йәштәр фестиваленең һайлап алыу туры үтте. Быйыл йәштәр араһында популяр булған Башҡортостандың иң уңышлы музыкаль проекттарының береһе 26-сы тапҡыр уҙғарыласаҡ. Фестивалдә ҡатнашырға дәғүә итеүселәрҙең ғаризаларын электрон почта аша ойоштороу комитеты һайлап алды һәм жюри ағзаларына тапшырҙы.
Ниһайәт, жюри ағзалары йәш таланттарҙан иң-иңдәрен һайлап алды!

Һайлап алыу туры һөҙөмтәләре буйынса «Йәшлек-шоу - 2018» финалына үтә: Зөбәржәт Йоносбаева (Баймаҡ районы), Айгиз Ишмырҙин (Баймаҡ ҡалаһы), Зәлифә Йәһүҙина (Әбйәлил районы), Азат Рамазанов (Архангель районы), Диана Шиһапова (Өфө ҡалаһы), Риф Ырыҫбаев (Бөрйән районы), Ләйсән Хәлиуллина (Иглин районы), Ғәзиз Әхмәтов (Баймаҡ районы), «Малай-шалай» (Өфө ҡалаһы) һәм Әдилә Килова (Силәбе өлкәһе).
Быйыл тамашасыларҙы йәнә сағыу шоу: тәьҫирле инсталляциялар, көслө тауыш, көтөлмәгән алып барыусылар дуэты, эпатаж образдар, «Йәшлек-шоу» йондоҙҙары һәм хиттары көтә. «Йәшлек-шоу — 2018» гала-концерты «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була. Быйылғы финалсылар башҡорт эстрадаһының популяр артистары менән бер сәхнәлә сығыш яһай. Улар — Радмир Исмәғилев, Ләйсән Ғәлимова, Илнур Рамазанов, Nail BashStyle, «Бәхетле» төркөмө, Гәлсәр Байғусҡарова, Раил Өмөтбаев, RNT, Ғайсар Минлеғолов, МС Баш, Рияна Хәлимова, Ян Лира, Рәфис Ишбаев, Ильяс Кинйәғолов. Мәскәүҙән махсус ҡунаҡтар — «Заман» төркөмө. Киске сәғәт 7-лә башлана. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған сара республиканың күп милләтле йәштәрен рухи-әхлаҡи һәм илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, йәштәрҙең ижади кимәлен арттырыу маҡсатында уҙғарыла.

«Йәшлек-шоу - 2018» республика йәштәр фестиваленең финалсылар исемлеге асыҡланды.

Башҡалар яңылыҡтар