«Беҙ бер планета балалары» фестиваль-конкурсының жюри составы исемлеге асыҡланды.

«Беҙ бер планета балалары» тип аталған республика фестиваль-конкурсы  8 декабрь Республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йортонда үтәсәк. Сара балаларҙы мәҙәниәт һәм сәнғәт аша социаль адаптацияға, социаль яҡтан үҫтереүгә йүнәлтелә һәм интеграция-инвалидтарҙы ғәҙәти тормошҡа яраҡлаштырыу һәм ижадҡа юл асыу кеүек маҡсаттарҙы күҙ уңында тота. Фестивалдә 30-ҙан ашыу балалар һәм үҫмерҙәр коллективтары ҡатнаша. Улар Өфө, Благовещен, Мәләүез, Октябрьский, Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡалаларынан, Балаҡатай, Благовар, Белорет, Ҡалтасы, Күгәрсен, Ишембай, Мишкә, Стәрлетамаҡ, Учалы, Өфө райондарынан. Шул иҫәптән өс социаль приюттан (Мәләүез ҡалаһы, Күгәрсен, Ишембай райондары); биш балалар йорттарынан (Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө, Учалы ҡалалары) һәм өс коррекцион мәктәп-интернаттарынан (Нефтекама, Илеш, Балаҡатай райондары) йәш таланттар сығыш яһаясаҡ.

Килгән ҡатнашыусыларҙы жюри ағзалары баһалаясаҡ: жюри рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР мәғариф алдынғыһы, «Веселинка» өлгөлө балалар хореография ансамбле етәксеһе - Оксана Щука (Өфө ҡалаһы); «Ренессанс» бейеү ансамбленең художество етәксеһе, М.Кәрим ис. милли йәштәр театры һәм Башҡорт Дәүләт филармонияһы балетмейстеры - Александр Родионов; Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәр һәм конкурстар лауреаты, йырҙар авторы һәм башҡарыусы, «Mana*Vara» төркөмө һәм «DIXI» кавер-төркөмө солисы, «Тинтино» балалар вокал студияһы етәксеһе - Линара Шабаева (Өфө ҡалаһы); Халыҡ-ара һәм Республика конкурстары лауреаты, Ҡала мәҙәниәт һарайы солисы, башҡорт эстрадаһының популяр артисы  - Гөлсинә Мөхәмәҙиева.

«Беҙ бер планета балалары» фестиваль-конкурсының жюри составы исемлеге асыҡланды.

Башҡалар яңылыҡтар