«Йәшлек-шоу — 2018» республика йәштәр фестивалендә Мәскәү ҡалаһынан «ZAMAN» төркөмө сығыш яһай.

8 декабрҙә Өфөлә «Йәшлек-шоу — 2018» республика йәштәр фестиваленең гала-концерты уҙа. Сирек быуаттан ашыу йәштәр араһында популяр булған Башҡортостандың иң уңышлы музыкаль проекттарының береһе яңы тауыштар аса.

Быйыл тамашасыларҙы йәнә сағыу шоу: тәьҫирле инсталляциялар, көслө тауыш, көтөлмәгән алып барыусылар дуэты, эпатаж образдар, «Йәшлек-шоу» йондоҙҙары һәм хиттары көтә. Шулай уҡ, концерт программаһында  World Music жанрында эшләгән Өфөләрҙең яратҡан «ZAMAN» төркөмө (Мәскәү) сығыш яһай.

Мәскәүҙәге «ZAMAN» башҡорт этно-шоу проекты 2013 йылда ойошторола. Музыканттар ошо ваҡыт эсендә Италия,Төркиә, Германия, Швейцария илдәрендә уҙғарылған төрлө конкурс-фестивалдәрҙә уңышлы сығыш яһап өлгөрә.

Төркөмдөң бөтә ағзалары ла  профессиональ музыканттар. Улар эстрада һәм халыҡ йырҙарын төрлө музыка уйын ҡоралдары, хәҙерге заман стилдәре менән «биҙәп» тамашасы хөкөмөнә сығара.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йәшлек-шоу — 2018» гала-концерты «Башҡортостан» дәүләт концерт залында 19.00 сәғәттә башлана.

Блеттар буйынса 8-927-333-17-17 йәки  www.biletbar.ru сайтына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

   

«Йәшлек-шоу — 2018» республика йәштәр фестивалендә Мәскәү ҡалаһынан «ZAMAN» төркөмө сығыш яһай.

Башҡалар яңылыҡтар