Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар бәйгеһендә Юнир Һағынбаев еңеү яуланы
Өфөлә Әҙеһәм Исҡужин  исемендәге  Асыҡ ҡурайсылар конкурсы тамамланды. Уның һөҙөмтәләре буйынса Гран-при Өфө егете ҡурайсыһы Юнир Һағынбаевҡа тапшырылды. Конкурс башҡорт халҡының мәҙәни, рухи мираҫын үҫтереүгә һәм һаҡлауға ҙур көс һалған, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле ҡурайсы – уҡытыусы Әҙеһәм Динислам улы Исҡужиндың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында 5-се тапҡыр уҙғарыла. Быйыл ижади бәйгелә Благовещен, Белорет, Сибай, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы, Өфө, Магнитогорск ҡалаларынан, шулай уҡ Әбйәлил, Әлшәй, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Стәрлебаш, Хәйбулла райондарынан ҡатнашыусылар сығыш яһанылар.  Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы.
Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар бәйгеһендә Юнир Һағынбаев еңеү яуланы

Башҡалар яңылыҡтар