Республика халыҡ ижады мәҙәниәт йортонда 2018 йылдың отчеттарын төҙөү һәм 2019 йылға статистик һәм мәғлүмәт-аналитик эштәрен планлаштырыу тураһында семинар-кәңәшмә үтте. Семинаристарҙы Республика халыҡ ижады үҙәге директор урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева сәләмләне. Семинар эшендә шулай уҡ мәғлүмәт-аналитик һәм методик эшмәкәрлек бүлеге мөдире Эльмира Йәмлеханова һәм Республика халыҡ ижады үҙәге төп белгесе Зилә Мәһәҙиева.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре төрлө һорауҙар биреп уларға тулы яуап алыу мөмкинлегенә эйә булдылар. Осрашыу барышында клубтарҙы үҫтереү мәсьәләләре, мәҙәни-ял итеү эшмәкәрлеге үҙенсәлектәре һәм үҫеш перспективалары тикшерелде.