Әбйәлил районының «Миләш» халыҡ фольклор ансамбленә «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереү, сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә юғары ҡаҙаныштары өсөн Радмир Солтанбаев етәкселегендәге Әбйәлил районының «Миләш» халыҡ фольклор ансамбленә «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Ансамбль 1987 йылда барлыҡҡа килгән. Ошо йылдарҙа улар Башҡортостанды арҡырыға-буйға гиҙеп сыҡҡан, хатта Мәскәү, Санкт-Петербург тамашасыларын да әсир иткән. "Миләш” Асҡар ауылының оло йәштәге дәртле, уңған кешеләренән тора.  Коллектив үҙенең халыҡсан, күркәм сығышы менән милли сәнғәтебеҙҙең ҡиммәтле ынйы бөртөгөнә бәрәбәр. Ансамблдә шөғөлләнеүселәрҙең береһе лә сәнғәт буйынса махсус белем алмаған, әммә тормош дәрте, йыр-моңға һөйөү уларға илһам бирә, ҡанат ҡуя. “Миләш”тәрҙең тамашасыларға әйтер һүҙе халыҡ йырҙары, үҙҙәре сығарған таҡмаҡтар, ата-бабабыҙҙан ҡалған иң яҡшы йолаларыбыҙ, аш-һыу өлгөләре, милли кейемде пропагандалау аша еткерелә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һәр береһенең үҙ ҡулы менән эшләгән һаҡал, ҡашмауҙары бар. Коллективтың күп һанлы наградалары һәм ҡаҙаныштары уларҙың оҫталыҡ кимәле тураһында һөйләй.
Әбйәлил районының «Миләш» халыҡ фольклор ансамбленә «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы» тигән маҡтаулы исем бирелде.