Өфөлә «Ural-Batуr» башҡорт рок-фестивале үтте.

Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортонда ойошторолған рух байрамында туғыҙ коллектив сығыш яһаны. Өсәр композиция, гитара моңо, барабан тауышы ике сәғәттәй ваҡыт тынманы. Быйылғы фестиваль "Дәрүиш Хан" төркөмө солисы Дим Ҡолахмәтовтың яҡты иҫты иҫтәлегенә арналды.

"Урал батыр" рок-фестивалендә быйыл республикала уңышлы эшләп килгән тиҫтәгә яҡын коллективҡа сығыш яһау бәхете эләгә. Башҡорт теле көнөндә ойошторолған байрам тамашасыларҙы йәнә рухландырҙы. Башҡортостанда рок йыр сәнғәте үҫеш юлында тиһәк һис тә хата булмаҫ. Сөнки йәштәр йәнә башҡорт мәҙәниәтен күтәрергә ынтыла.

Башҡорт рогының киләсәге бар. "Урал батыр" фестивале быны йәнә дәлилләне. 

Өфөлә «Ural-Batуr» башҡорт рок-фестивале үтте.

Башҡалар яңылыҡтар