13-17 мартта Мәскәү ҡалаһында Бөтә Рәсәй «Фольклор һәм балалар» тип исемләнгән ижади оҫтахана балалар фольклор коллективтары етәкселәрен йыйа.
Программала репертуар формалаштырыу, төрлө йәштәге балалар башҡарған төбәк стилистикаһын үҙләштереү, халыҡсан башҡарыу алымын тәрбиәләү һәм баланың тауыш үҙенсәлеген һаҡлау, халыҡ бейеүе нигеҙҙәре, традицион музыка ҡоралдарында уйнау күнекмәләре, шулай уҡ дәрестәргә, Мәскәүҙең алдынғы фольклор коллективтарының репетицияларына йөрөү, практик тәжрибә менән алмашыу һәм йәнәш дисциплина буйынса лекция һәм практик дәрестәр комплексы ҡаралған.
Дәресте билдәле тәжрибәле хормейстерҙар, фольклорсылар, Мәскәү ҡалаһының юғары уҡыу йорттары һәм махсус балалар өҫтәмә белем биреү учреждениеларының уҡытыусылары үткәрә.
Ҡатнашырға теләүселәр This email address is being protected from spambots. You need JavaScript enabled to view it. электорн адресына үҙҙәренең ғаризаларын 25 февральгә тиклем ебәрә алалар.
Белешмәләр өсөн телефон: 8(495) 621-17-22 (халыҡ йырлау сәнғәте бүлеге – Лидия Геннадьевна Рогачев, Петр Алексеевич Сорокин).