Салауат ҡалаһында 23 ғинуарынан алып тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында фотограф Самойлова Гөлнараның күргәҙмәһе үҙ эшен башланы. Экспозиция өс блокка бүленгән.
Гөлнара – өфө ҡалаһында тыуып үҫкән, хәҙерге ваҡытта АҠШ-та йәшәй. Ул фотожурналист һәм туй фотографы булараҡ билдәле һәм ошо йүнәлештә бик күп наградаларға өлгәшкән.
«Тормош фотоһүрәттә» фотокүргәҙмәһе 2019 йылдың 20 февраленә тиклем дауам итәсәк.