Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Ивней ҡыҙы Шафикова быйыл февраль айында Башҡортостан Республикаһының һәүәҫкәр театрҙарының фестиваль-марафонынына рәсми старт бирҙе. Проект Рәсәйҙәге театр Йылына арналған.
Йыл барышында республиканың бөтә муниципаль райондарында һәүәҫкәр театрҙарының иң яҡшы спектаклдәре ҡуйыла.
19 сентябрь Краснокама районының Николо-Березовка ауылының Үҙәк район мәҙәниәт йортонда һәүәҫкәр театрҙарының фестиваль-марафонын штандартын Ағиҙел ҡалаһына тапшырыуы үтте.
Тантанала Краснокама районы ижтимағи һорауҙар буйынса район хәкимиәте башлығы урынбаҫары Мостаева Лира Рифҡат ҡыҙы һәм Ағиҙел ҡалаһы хәкимиәте башлығы урынбаҫары Ялашев Илүс Ахматзи улы ҡатнашты.
Ағиҙел ҡалаһынан “Тамаша” татар халыҡ театры Мирхәйҙәр Фәйзи пьесаһы буйынса “Ғәлиәбаныу” спектаклен күрһәтте.
Фойела ҡунаҡтар “Замандаш” татар театр коллективының, “Глория” өлгөлө театр студияһының төрлө спектакльдәренән декорация һәм реквизиттар күргәҙмәһе менән таныша алды.