Сибай ҡалаһында «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт йырын башҡарыусылар конкурсының беренсе туры тамамланды

Сибай ҡалаһында «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт йырын башҡарыусылар конкурсының беренсе туры тамамланды.
Ике көн барышында жюри ағзалары 183 ҡатнашыусы сығышын ҡараны. 56 бала араһынан Әбйәлил, Баймаҡ, Балтас, Туймазы, Хәйбулла райондарынан, Ишембай һәм Сибай ҡалаларынан 11 конкурсант Гала-концертҡа үтте. 17 йәштән 65 йәшкә тиклемге Һәүәҫкәр башҡарыусылар араһында 53, ә 17 йәштән 45 йәш араһындағы профессиональ башҡарыусыларҙан 23 йырсы үҙҙәрен II турҙа һанап ҡараясаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлап алыу туры 10-11 август көнө онлайн режимда үтте. Конкурсты асыу тантанаһында тура эфирҙа Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Гала-концерт 19 август Сибай ҡалаһы үҙәк майҙанында үтәсәк. II турға үтеүселәр исемлеге менән киләһе һылтанма аша танышырға мөмкин https://vk.com/doc388428685_563642806?hash=7be05fc5b9e63afd25&dl=50906e400aefa41099

Сибай ҡалаһында «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт йырын башҡарыусылар конкурсының беренсе туры тамамланды

Башҡалар яңылыҡтар