«Урал» галереяһында Рәмил Килмәмәтовтың фотокүргәҙмәһе эшләй башланы
«Урал» галереяһында Рәмил Килмәмәтовтың фотокүргәҙмәһе эшләй башланы. Күргәҙмә асыу тантанаһында Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева, Рәмил Исмәғил улының ҡатыны Лариса Килмәмәтова, туғандары, дуҫтары, "Ағиҙел" фотоклубы ағзалары, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм "Урал" халыҡ сәнғәте галереяһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Рәмил Килмәмәтовты тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алдылар. Уның башҡорт фото сәнғәтендә ҙур урын биләп тороуын, "Ағиҙел" фотоклубының алыштырғыһыҙ етәксеһе, күп кенә уникаль проекттарҙың, Рәсәй, халыҡ-ара форумдарҙың, мәҙәни сараларҙың ойоштороусыһы, башлап китеүсе булыуын билдәләп үттеләр. «О Башкортостане с любовью» фотокүргәҙмәһе 1 сентябргәсә дауам итәсәк. Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, "Ағиҙел" республика фотоклубы, "Урал" халыҡ сәнғәте галереяһы. Фото: Рәмил Нафиҡов
«Урал» галереяһында Рәмил Килмәмәтовтың фотокүргәҙмәһе эшләй башланы

Башҡалар яңылыҡтар