Сибайҙа «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсының II туры башланды

Сибайҙа «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсының II туры башланды. Ирәндек аръяғы райондары айырыуса башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусылар, башҡорт халҡының мираҫын, тарихын һаҡлап ҡалыу менән дан тота. 

Көн дауамында жюри ағзаларына республиканың район-ҡалаларынан, сит төбәктәрҙән килеүсе 53 үҙешмәкәр, 23 профессиональ башҡарыусылар йырҙарын тәҡдим итте. 

Бәйгеселәр киләһе тәҡдим ителгән исемлектән йырҙарҙы башҡарҙы: «Урал», «Сибай», «Буранбай», «Ильяс», «Баяс», «Эскадрон», «Абдрахман», «Сәлимәкәй», «Ғилмияза», «Зөлхизә», «Тәфтиләү», «Таштуғай», «Ашҡаҙар», «Ҡолой кантон», «Ғүмәров», «Ҡаhымтүрә», «Әрме», «Бейеш», «Ғайса ахун», «Йәмәлекәй тауы», «Һандуғас», «Томан», «Шәурә», «Шафиҡ», «Хисам», «Һаҡмар», «Һары ла сәс», «Арғужа», «Төйәләҫ», «Уйыл».

Быйылғы жюри составын етәкләне Башҡортостандың халыҡ артисы, 1996 йылғы «Ирәндек моңдары» бәйгеһе еңеүсеһе Азамат Тимеров. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисты, «Ирәндек моңдары - 2016»  еңеүсеһе Иҙел Аралбаев, Сибай концерт-театр берекмәһе артисы, 2006 йылдың «Ирәндек моңдары» Гран-приһын яулаусы Сөмбөл Моратова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы, 2000 йылғы еңеүсе Раян Алтыншин, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, «Ирәндек моңдары – 2002» Гран-приһын яулаусы Рөстәм Шаһыбалов һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ ижады бүлеге мөдире Эльвира Әхмәтйәнова жюри составына инде.

Быйылғы бәйгене СТВ, Сәләм каналында 19 август тура эфирҙа ҡараға мөкин буласаҡ.

Сибайҙа «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсының II туры башланды