«Белая трость» инструменталь һәм вокал оҫталығы конкурсы төбәк этабына йомғаҡ яһалды

«Белая трость» инструменталь һым вокал оҫталығы конкурсы төбәк этабы тамамланды. Был ижади конкурста бөтә республиканан күреү һәләте боҙолған балалар ҡатнашты. Улар араһында Республика халыҡ ижады үҙәге Мәҙәниәт йортонда шөғөлләнеүсе, бик күп конкурс һәм фестивальдәрҙә ҡатнашыусы Элина Хөснөтдинова (12 йәш, Өфө ҡалаһы), Русалина Канюкова (12 йәш, Салауат ҡалаһы) һәм Матвей Баранов (12 йәш, Благовещенск ҡалаһы) йәш таланттар рәтендә.

Жюри составында: Башҡортостандың халыҡ артисты Рәмил Бадамшин, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының «вокал сәнғәте» кафедраһы, 1-се һанлы Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы Любовь Буторина, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республика халыҡ ижады үҙәге Мәҙәниәт йорто етәксеһе Гөлсәсәк Зарипова, эстрада һәм академ вокал педагогы, «Планета Талантов» үҙәге директоры Яна Янситова.

«Вокал сәнғәте (соло)»; «Вокал сәнғәте (ансамбль)» һәм «Инструменталь сәнғәт (соло)» номинациялары буйынса төбәк турына барыһы 27 ғариза ҡабул ителде.

Төбәк этабы лауреаттары «Белая трость» инструменталь һым вокал оҫталығы конкурсының Волга буйы Федераль округы этабы ҡатнашыусылар иҫәбенә инәсәк.

«Белая трость» инструменталь һәм вокал оҫталығы конкурсы төбәк этабына йомғаҡ яһалды

Башҡалар яңылыҡтар