«һуғыш йылдары йырҙары!» музыкаль конкурсының һөҙөмтәләре билдәләнде

«Беҙ Бөйөк Держава өсөн» Бөтә Рәсәй музыкаль проекты сиктәрендә уҙғарылған Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Һуғыш йылдары йырҙары!» асыҡ дистанцион хәрби-патриотик музыкаль конкурсы үтте. Бәйгелә 3 йәштән алып йырҙар башҡарыусы таланттар ҡатнашты. Эстрада, халыҡ, академ вокал номинацияларында һәм муызка инструменттарына ҡушылып йырлаусылар араһында ижади бәйге уҙҙы. Конкурс лауреаттары араһында Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре лә бар. «Нәфис һүҙ» номинацияһында II урын алыусы Өфө ҡалаһынан Полина Дудко. «Вокал» номинацияһында: I урын (дуэт) – Евгения Усов менән Виталий Усов (Күгәрсен районы); I урын (ансамбль) - «Елань» урыҫ халыҡ йырҙары ансамбле (Мәсетле районы); III урын (соло) - Сабина Әхйәмова (Мәсетле районы).

«һуғыш йылдары йырҙары!» музыкаль конкурсының һөҙөмтәләре билдәләнде

Башҡалар яңылыҡтар