«Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсының һайлап алыу турҙары иғлан ителде
Туған телде, милли йолаларҙы, тардицияларҙы, башҡорт ҡыҙҙары матурлығын пропагандалау, йәштәрҙе төрлө ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү маҡсатында 3 декабрь Өфө ҡалаһында «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсы уҙасаҡ.
Ошо уңайҙан йыл да үтеп килгән «Һылыуҡай-2020» матурлыҡ конкурсына кастинг иғлан ителде. Быйыл матурлыҡ бәйгеһе беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәлендә үтәсәк.
Гүзәллек бәйгеһендә кейәүгә сыҡмаған, балалары булмаған, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған 16-нан 25 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Уларҙың башҡорт телендә иркен һөйләшеүе, башҡорт халҡы тарихын һәм мәҙәниәтен белеү, тәбиғи матурлығы, буйы 165 сантиметрҙан да кәм булмауы мөһим.
Конкурс 3 этаптан тора.
I этап – бәйгенең төбәк туры Рәсәйҙең 11 төбәгендә һәм Башҡортостандың 9 зонаһында үтәсәк:
5 сентябрь - төньяҡ-көнбайыш (Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Яңауыл райондары).
Үткәреү урыны: Нефтекама ҡалаһы.
6 сентябрь – төньяҡ (Асҡын, Балтас, Борай, Ҡариҙел, Мишкә, Тәтешле райондары).
Үткәреү урыны: Асҡын районы, Урмияҙ ауылы.
10 сентябрь – Силәбе ҡалаһы;
12 сентябрь – Екатеринбург ҡалаһы;
13 сентябрь – Пермь ҡалаһы;
18 сентябрь – Ырымбур ҡалаһы;
19 сентябрь – Һамар ҡалаһы;
26 сентябрь – төньяҡ-көнсығыш (Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондары).
Үткәреү урыны: Мәсетле районы, Оло-Ыҡтамаҡ ауылы.
2 октябрь – Ҡазан ҡалаһы;
4 октябрь – көнсығыш (Межгорье ҡалаһы, Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Учалы райондары).
Үткәреү урыны: Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы.
5 октябрь – көньяҡ-көнсығыш (Баймаҡ, Сибай ҡалалары, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондары).
Үткәреү урыны: Сибай ҡалаһы.
9 октябрь – Санкт-Петербург ҡалаһы;
11 октябрь – Мәскәү ҡалаһы;
13 сентябрь – Һарытау ҡалаһы;
17 октябрь – көньяҡ (Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау ҡалалары, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Ишембай, Ауырғазы, Федеровка, Мәләүез, Ғафури, Көйөргәҙе райондары).
Үткәреү урыны: Стәрлетамаҡ ҡалаһы;
22 октябрь – Сафакүл ауылы, Ҡурған өлкәһе;
24 октябрь – Лянтор ҡалаһы, ХМАО;
30 октябрь – көньяҡ-көнбайыш (Әлшәй, Бәләбәй, Бижбүләк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Миәкә районы).
Үткәреү урыны: Бәләбәй ҡалаһы;
31 октябрь – көнбайыш (Октябрский ҡалаһы, Баҡалы, Бүздәк, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары).
Үткәреү урыны: Октябрьский ҡалаһы;
7 ноябрь – үҙәк зона (Өфө ҡалаһы, Благовещен, Благовар, Бөрө, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Нуриман, Өфө, Шишмә, Архангель райондары).
Үткәреү урыны: Өфө ҡалаһы.
II этап – финалға һайлап алыу туры Өфө ҡалаһында 7 ноябрь көнө уҙасаҡ.
Титулға һәм тажға эйә булыусы исеме 3 декабрь Өфө ҡалаһында билдәләнәсәк. Еңеүсегә төп бүләк – автомобиль.
Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, MTVmix каналы.
«Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсының һайлап алыу турҙары иғлан ителде

Башҡалар яңылыҡтар