“Тамға” башҡорт милли кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана

“Тамға” башҡорт милли кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана. Бөгөнгө көнгә ойоштороу комитеты адресына 300 тирәһе эш килде. Ҡатнашыусылар араһында Ҡурған, Силәбе өлкәләренән, Пермь крайынан, Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан республикаларынан, Мәскәүҙән һәм Италиянан вәкилдәр бар.

Конкурс 5 номинация буйынса үтә. Гран-при яулаусы 300 мең һум аласаҡ.

Ҡатнашыу өсөн ғаризалар This email address is being protected from spambots. You need JavaScript enabled to view it. электрон адресына “Башҡорт милли кейеме – 2020” темаһы менән ебәрергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8(347)272-36-50.

“Тамға” башҡорт милли кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана

Башҡалар яңылыҡтар