“Һылыуҡай” Бөтә Рәсәй конкурсына арналған пресс-конференция булды

Бөгөн башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай» Бөтә Рәсәй конкурсының финалына арналған пресс-конфернция үтте. Унда Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков, проекттың башҡарма директоры Евгения Машко, баш режиссеры Айгөл Үтәгәнова, жюри ағзаһы, актерлыҡ оҫталығы дәрестәрен өйрәтеүсе Хөрмәтулла Үтәшев, дефилены ҡуйыусы Сергей Емельянов, финалға үткән ҡыҙҙар ҡатнашты.

Ҡыҙҙар журналистар янына ҡыҙыл балаҫ буйлап дефиле менән үтте.

Быйыл конкурс беренсе тапҡыр бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелә, һайлап алыу турҙары 11 төбәктә булды. Унда еңгән ҡыҙҙар тура финалға үтте. Ә республика зоналарында һайлап алыу турҙарында Гран-при һәм 1 урын яулаусы ҡыҙҙар ярымфиналда ҡатнашты. Ярымфиналда 9 ҡыҙ һайланып алды. Шулай итеп, бөт һе 20 ҡыҙ 3 декабрҙә финалда бер сәхнәлә сығыш яһаясаҡ һәм “Һылыуҡай” тажы өсөн көс һынашасаҡ. Еңеүсе һылыуҡай төп приз – еңел автомобиль менән бүләкләнә. Бынан тыш барлыҡ ҡыҙҙар ҙа төрлө ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ, бер кем дә буш ҡул менән ҡайтмаҫ, тип белдерҙеләр ойоштороусылар.

Финалға үткән ҡыҙҙар 16 йәштән 25 йәшкә тиклем, кемдер мәктәптә уҡый, студенттар һәм эшләп йөрөүселәр ҙә бар. Конкурсҡа әҙерлек менән бер рәттән һәр кем уҡып, эшләп тә өлгөрә.

Әҙерлек барышында ҡыҙҙар бейеү, йыр буйынса оҫталыҡ дәрестәре ала, башҡорт телен өйрәнә. Сөнки күрше өлкәләрҙән килгән милләттәш ҡыҙҙарыбыҙ әҙәби башҡорт телен яҡшы белмәй, урындағы диалектта һөйләшә.

Финалда традицион конкурстарҙан тыш, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған номер, билдәле кутюрьеның яңы коллекцияһын күрһәтеү ҡаралған.

Конкурс пандемияға бәйле социаль селтәрҙәрҙә тура эфирҙа барасаҡ. Ә телевизион яҙма һуңғараҡ БСТ каналында күрһәтеләсәк.

Фото: Рәмил Нафиҡов

“Һылыуҡай” Бөтә Рәсәй конкурсына арналған пресс-конференция булды