«Йырлы ауыл» республика ауыл биләмәһе вокал ижады конкурсының икенсе этабы дауам итә

2020 йылдың 18 февраленән 25 мартына тиклем Башҡортостан Республикаһында «Йырлы ауыл» республика ауыл биләмәһе вокал ижады конкурсының II район этабы уҙҙы. Яңы ҡыҙыҡлы проект 2019 йылда республикабыҙҙың бөтә йәштәге яңғыҙ башҡарыусыларын, ҡыҙыҡлы йыр һәм фольклор коллективтарын асыҡлау маҡсатында барлыҡҡа килде.

2020 йылдың 25 мартына тиклем 21 муниципаль район: Әбйәлил, Әлшәй, Архангель, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Йылайыр, Ейәнсура, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Учалы, Фёдоровка һәм Хәйбулла райондары башҡарыусылары ҡаралды.

2021 йылдың 12 мартынан 30 майына тиклем республиканың 33 муниципаль районында икенсе этаптың конкурс ҡарауҙары планлаштырылған. 2021 йылда республиканың дүрт муниципаль берәмегендә: Ҡариҙел, Асҡын, Тәтешле һәм Балтас райондарында тәүге тыңлауҙар үтте.

Ҡариҙел районында жюри хөкөмөнә 36 ҡатнашыусы - 26 яңғыҙ башҡарыусы һәм 10 йыр коллективы тәҡдим ителде. Сәхнәгә 115 талантлы башҡарыусы сыҡты.

I дәрәжә Лауреат дипломын: Нурзилә Динисламова (Иҫке Бағаҙы ауылы), Тайҡаш ауылынан Линиза Муллайәрова, Рәүзиә Хөрмәтуллина Әбүталип ауылынан һәм "Гармония" вокаль ансамбле (Магинск ауылы) яуланы.

Асҡын районында конкурста 8 йыр, 3 ғаилә ансамбле һәм 19 яңғыҙ башҡарыусы ҡатнашты. Бөтәһе 89 башҡарыусы. Өфө ҡалаһында үтәсәк өсөнсө турҙа был муниципаль берәмек исеменән «Гөлнәзирә» фольклор ансамбле сығыш яһаясаҡ.

Тәтешле районында ижади ярышта 24 яңғыҙ башҡарыусы һәм 12 коллектив үҙ ара көс һынашты. Был этап конкурсында бөтәһе 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Жюри ағзалары ҡарары менән төрлө йәш категорияларында һәм номинацияларҙа I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булдылар: Алина Ғилманова (Яңы Тәтешле ауылы), Светлана Мардамшина (Иҫке Ҡәлмиәр ауылы), Рәфил Фәррәхов (Еремйә ауылы), Руслан Минһажетдинов (Бүл-Ҡайпан ауылы), Фәрзәнә Исмәғилева (Үрге Ҡоҙаш ауылы), Камил  Зиаитдинов (Бүл-Ҡайпан ауылы), Ғтлмияза Ғарипова (Иҫке Ҡайпан ауылы), «Зеч милкыд» вокал ансамбле (Вязовка ауылы), «Миләш» вокал ансамбле (Түбәнге Балтас ауылы), Юрий Нуриахмәтов һәм Валерия Һабаншина (Яңы Тәтешле ауылы).

Балтас районында конкурстың икенсе этабында 200-ҙән ашыу кеше - 18 яңғыҙ башҡарыусы һәм 18 ансамбль ҡатнашты. Балтас районында түбәндәге яңғыҙ башҡарыусылар: Сөмбөл Солтанғәлиева (Иҫке Тимкә ауылы), Әлиә Ғайсина (Иҫке Яҡшый ауылы), Денис Ғәйфуллин (Иҫке Яҡшый ауылы), Камилә Усманова (Ҡомъяҙы ауылы), Ридаль Ғәскәров (Штәнде ауылы), Светлана Ғәлиева (Иҫке Яҡшый ауылы), Фәниф Ғәйфуллина (Маты ауылы) беренсе дәрәжә лауреаттары булды.

Вокаль һәм фольклор коллективтары араһында «Югдон» удмурт вокаль ансамбле, «Ужара» мари халыҡ фольклор ансамбле һәм «Милэш» вокаль ансамбле иң яҡшылары тип табылды.

16 һәм 17 мартта иң яҡшы ауыл башҡарыусыларын Нуриман һәм Иглин райондары күрһәтәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йырлы ауыл» республика ауыл биләмәһе вокал ижады конкурсының беренсе (район) этабының II дәрәжә лауреаттары Өфөлә үҙ муниципаль райондары исеменән республика һайлап алыу турында сығыш яһаясаҡ.

«Йырлы ауыл» республика ауыл биләмәһе вокал ижады конкурсының икенсе этабы дауам итә

Башҡалар яңылыҡтар