Милли кейем көнө байрамы Салауат Юлаев майҙанында матур концерт менән тамамланды

Бөгөн Милли кейем көнөндә Өфө майҙансыҡтарында бик күп саралар уҙҙы. Бынан тыш, интернет киңлектәрендә төрлө акциялар һәм флешмобтар ойошторолдо. Онлайн сараларҙы #МиллиКейемеКөнө #ДеньНациональногоКостюма2021апрель #ДеньНациональногоКостюма #Милликейемекөнө2021апрель хэштэгтары аша ҡарап була. Ә йомғаҡ итеп Салауат Юлаев майҙанында «Ритайым Party» тип исемләнгән сағыу концерт менән тамамланды.

Тамашасыларҙың күбеһе милли кейемдә йә иһә хәҙерге кейемдә милли биҙәүестәрҙә килде. Концертта 500-ҙән ашыу төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашты. Улар араһында рус, башҡорт, татар, удмурт, мари һәм башҡа халыҡ бар.

Байрам уңайынан концерртта Өфө артистары һәм ижади коллективтар ҡотланы. Улар араһында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Эльвира Муллағолова, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, «Ауаз» башҡорт фольлор коллективы, «Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының «Аҡйондоҙ» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Өфө сәнғәт училищеһы ҡурайсылары ансамбле, «Ҡош юлы» фестивале ҡатнашыусылары һәм башҡа коллективтар, артистар сығыш яһаны.

«Байрам театр һәм концерт учреждениеларынан профессиональ ижади коллективтарҙың сығыштары менән дауам итәсәк, - тип хәбәр итте Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева. - Өс йыл дауамында аҙна һайын Ағиҙел йылғаһы ярында ритайым форматында саралар үткәрәсәкбеҙ. Ә милли кейемдәр парады июль башында «Фольклориада йөрәге» фестивале барышында уҙғарыласаҡ».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдан республикала Милли кейем көнө Радий Хәбировтың Указына ярашлы уҙғарыла. Республика халыҡтарының милли кейеме көндәре йылына ике тапҡыр: апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үтәсәк.

Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте.

Фотограф: Рәмил Нафиҡов

Милли кейем көнө байрамы Салауат Юлаев майҙанында матур концерт менән тамамланды

Башҡалар яңылыҡтар