«Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле концертҡа саҡыра

27 апрель Өфөлә Республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йортонда «Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең отчет концерты үтәсәк.

Концерт программаһында тамашасыларҙы донъя халыҡтары бейеүҙәре һәм саҡырылған артистарҙың сығыштары көтөлә. Уларҙың араһында Марсель Ҡотоев, Иҙел Нурғәлин, Айгиз Хашимов, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солистары һәм «Аҡйондоҙ» халыҡ бейеүҙәре ансамбле.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле 2019 йылдың сентябрендә ойошторолдо. Етәкселәре – «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы Әнфәр Нурмөхәмәтов менән халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Нәзифә Нурмөхәмәтова. Ансамблдә 16 йәштән 30 йәшкәсә сағыу, һәләтле егеттәр һәм ҡыҙҙар шөғөлләнә. Репертуарҙа башҡорт халыҡ бейеүҙәре һәм донъя халыҡтары бейеүҙәре бар.

Адресы: Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17. Инеү бушлай.

«Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле концертҡа саҡыра

Башҡалар яңылыҡтар