Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге XX республика Ҡурай байрамы башланды

Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге XX республика Ҡурай байрамы башланды. Быйыл проектта Башҡортостандың 25 ҡала һәм районынан, Силәбе, Ырымбур һәм Төмән өлкәләренән 342 башҡарыусы (24 ансамбль һәм 81 солист) ҡатнаша.

Республика халыҡ ижады үҙәге исеменән тантаналы асыуҙа ҡатнашыусыларҙы Республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ ижады бүлеге мөдире Эльвира Әхмәтйәнова сәләмләне.

"Ҡурай - милли уйын ҡоралы, башҡорт халҡының милли символдарының береһе. Байрамдың ҡалабыҙҙа үткәрелеүе, республиканың көнбайыш төбәгендә ҡурайҙы артабан үҫтереүгә нигеҙ булыуы ҡыуаныслы. Республика муниципалитеттарынан тыш, беҙгә башҡа төбәк вәкилдәре лә килеүен күреү беҙҙең өсөн һәр саҡ ҡыуаныслы " – тип сәләмләне ҡатнашыусыларҙы Октябрьский ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Алексей Шмелев исеменән Октябрьский ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Октябрь Латипов.   

Ғәҙәттәгесә, конкурста яңғыҙ башҡарыусылар ҙа, ике йәш категорияһында ансамблдәр ҙә ҡатнаша: 16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкәнерәктәр.

Ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар союзы.

Белешмә. Октябрьскийҙа республика Ҡурай байрамы тәүге тапҡыр 2001 йылда үтте. Ул ЮНЕСКО-ның Башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында уйнау традицияларын үҫтереү, йәштәр араһында иң һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау буйынса ойошторолдо. Байрамдың төп идеяһы - республика биләмәһендә йәшәгән халыҡтар мәҙәниәте диалогы.

Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге XX республика Ҡурай байрамы башланды

Башҡалар яңылыҡтар