Свердловск өлкәһендә 80-дән ашыу кеше Башҡортостан Республикаһы белгестәре үткәргән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты

Свердловск өлкәһендә "Шәжәрә" бөтә Рәсәй мәҙәни-ағартыу проекты сиктәрендә шәжәрә төҙөү, селтәр биҙәүестәрен һәм традицион башҡорт костюмын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Дәрестәр Каменск-Уральский, Екатеринбург һәм Свердловск өлкәһенең яҡындағы район халҡы өсөн үткәрелде, унда 16-60 йәштәрҙәге 80-дән ашыу кеше ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы Милли архивы дәүләт ҡаҙна учреждениеһының бүлек начальнигы Азат Ярмуллин шәжәрә төҙөү буйынса дәрестәр үткәрҙе. Азат Шакирйән улы Башҡортостан Республикаһының милли архивы генеалогик сығанаҡтары хаҡында ла һөйләне һәм Башҡорт академия драма театры сайтының презентацияһын үткәрҙе.

Халыҡ өсөн оҫталыҡ дәрестәрен традицион башҡорт костюмын реконструкциялау, "Тамға" халыҡ-ара конкурсының 3 дәрәжә лауреаты Гөлнара Шафиҡова уҙғарҙы. Бөтә тамашасылар өсөн Свердловск өлкәһе башҡорттары һәм эргә-тирәләге биләмәләр башҡорт традицион кейемдәрен презентациялау менән лекция үткәрелде. Гөлнара Рафаил ҡыҙы билдәләүенсә, дәрестәр барышында 2 башҡорт кейеме комплексын һәм уларҙың үҙенсәлектәрен ентекләп ҡараны: Баш кейемдәре ҡушъяулыҡ, яулыҡ, бурек, ҡалпаҡ, кәпәс, алъяпҡыс, кейемдә сигелгән биҙәүестәр һәм муйынса, өҫкө кейем, аяҡ кейеме һәм аҫҡа аяҡ кейеме. Шулай уҡ халыҡ кейеменең бөтә төп комплекстары ла күрһәтелде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сара "Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше" федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә уҙҙы.

Сараны ойоштороусылар - Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.

Свердловск өлкәһендә 80-дән ашыу кеше Башҡортостан Республикаһы белгестәре үткәргән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты